Сәләмәт булайыҡ
20 Сентября 2019, 07:45

Сихәтләнһә йәнегеҙ – сәләмәт булыр тәнегеҙ

Өфөләге был ғилми-тикшеренеү үҙәге – Башҡортостанда традицион Ҡытай һәм Тибет медицинаһы буйынса лицензияһы булған берҙән-бер дауалау учреждениеһы. Ул – Тибеттан килтерелгән дарыу препараттарын теркәү буйынса ла Рәсәйҙәге беренсе һәм берҙән-бер ойошма. Ғилми-тикшеренеү үҙәге үҙ эшмәкәрлеге дәүерендә сирҙәрҙе йоғонтоло дауалай алыуын күп тапҡыр иҫбатланы, шул иҫәптән – ошоғаса беҙҙең өсөн ғәҙәти, йәғни “көнбайыш” медицина учреждениеларының хәленән килмәгәндәрен дә.

Бында тәбиғи дауалау ысулдарын ғына ҡулланалар.


Өфөләге был ғилми-тикшеренеү үҙәге – Башҡортостанда традицион Ҡытай һәм Тибет медицинаһы буйынса лицензияһы булған берҙән-бер дауалау учреждениеһы. Ул – Тибеттан килтерелгән дарыу препараттарын теркәү буйынса ла Рәсәйҙәге беренсе һәм берҙән-бер ойошма. Ғилми-тикшеренеү үҙәге үҙ эшмәкәрлеге дәүерендә сирҙәрҙе йоғонтоло дауалай алыуын күп тапҡыр иҫбатланы, шул иҫәптән – ошоғаса беҙҙең өсөн ғәҙәти, йәғни “көнбайыш” медицина учреждениеларының хәленән килмәгәндәрен дә.


Традицион тибет медицинаһы. Ул нимәне аңлата?


Дауалауҙың традицион Будда системаһы Ҡытайҙың Тибет төбә­гендә V-VII быуаттарҙа барлыҡҡа килә һәм тарала башлай. Тибет медицинаһында беҙ йыш әйтеп өйрәнгән “ауырыу” тигән төшөнсә юҡ. Беҙҙең ауырыу тигәнебеҙҙе ламалар (табиплыҡ итеүселәр) организмдың тигеҙлеге юғалыу тип атай. Тигеҙлек булдырыу өсөн, бе­ренсенән, организмда “Чи” энергия­һының дөйөм күләмен арттырыу мөһим, икенсенән, ошо энергияның бөтә организмға таралыуын тәьмин итеү (икенсе төрлө әйткәндә –циркуляцияһын көйләү) шарт. “Чи” төшөнсәһе фәлсәфәүи яҡтан ауыр аңлатыла, мистик мәғәнәгә эйә… Иң дөйөм осраҡта “Чи” – тын алыу һәм туҡланыу процесында, шулай уҡ йыһан тәьҫиренән алынған энергия. Уның тергеҙелеүе – тибет медицинаһының төп көсө. “Чи” энергиялы кеше сәскә ата, юғалта барыусы – үлә”, – тип нарыҡлай ламалар.


Бында ниндәй сирҙәрҙе дауалайҙар?


Өфөләге Тибет медицинаһы үҙәгендә таяныу-хәрәкәт итеү аппараты, баш мейеһе, йөрәк-ҡан тамырҙары һәм нерв, һейҙек-енес системалары, ашҡаҙан-эсәк юлдары, тире, матдәләр алмашы­ныуының боҙолоуы сирҙәрен, шулай уҡ гинекологик һәм урологик генезды дауалайҙар.
Дауалауҙың төп ысулдары:

* энә менән рефлексотерапия;

* ололар һәм балалар өсөн 20 төрҙән ашыу дауалау массажы,

шул иҫәптән – Туйна һәм Гуаша ҡытай массаждары;

* термик тәьҫир;

* вакуум терапияһы;

* тарготерапия;

* магнит терапияһы;

* һөлөк менән дауалау (гирудотерапия);

* “Кетгут” ептәрен имплантациялау;

* терапевт, невролог, эндокринолог, стоматолог.
Үҙәктә шулай уҡ тоҙ шахтаһы һәм процедура кабинеты эшләй.
Һуңғы ваҡытта күптәр тәбиғи дауалау ысулдарына иғтибар итә. Ҡала һәм район дауаха­наларын­дағы хеҙмәтләндереү һеҙҙең һаулыҡты яҡшырта алманымы? Меңдәрсә йыл тәжрибә туплаған, быуаттар дауамында үҙенең өҫтөнлөгөн иҫбатлай килгән традицион Тибет медицинаһы һеҙҙе көтә!
Белгестәр раҫлауынса, Тибет һәм Ҡытай медицинаһы табиптары билдәле сирҙәрҙең 95 процентын уңышлы дауалай!
Флүзә Йәнекәева:

– Тибет медицинаһы үҙәгенең эргәһенән үтеп барғанда осраҡлы ғына күреп ҡалдым һәм ниндәй да­уалау барлығын инеп белешергә булдым. Ҡытайҙан килгән табиптар дауалауын белгәс, бик ҡыуан­дым, сөнки былтыр Ҡытайҙың үҙенә барып массаж һәм энә терапияһы үтергә тура килгәйне. Әле дауалана башланым ғына, ә һөҙөмтәһе инде һиҙелә, рәхмәт тибет медицинаһы оҫталарына!
Владимир Марохотин:

– Кеше организмы проблемаларын аңламаған урындағы табип­тарҙан арып, Тибет медицинаһы үҙәгенә мөрәжәғәт иткәйнем. Бындағы табип Батбаярҙың ҡулдары ысын мәғәнәһендә тылсымлы булып сыҡты. Бик ҡәнәғәт ҡалдым, һәр кемгә ошонда мөрәжәғәт итергә кәңәш итәм.
Луиза Гәрәева:

– Тибет медицинаһы үҙәге беҙгә хәҙер ғаилә дауаханаһы һымаҡ: мине ярты йылдан ашыу яфалаған муйын остеохондрозынан ҡотҡарҙылар һәм ағайымдың, күп дауаханаларға йөрөгәндән һуң, тап ошонда ашҡаҙанын һауыҡ­тыр­ҙылар, ә улымдың аллергия­һын һәм поллинозын бөтөрҙөләр. Улым табип Цзи Тунды ярата, энәне бер ҙә ауырттырмай ҡуя, ти.
Шуныһы иғтибарҙы йәлеп итә: Тибет медицина үҙәгенең сайтын­дағы бар фекерҙәрҙе табиптар һәм хеҙмәткәрҙәр даими уҡып бара – яҡшы тәьҫир тураһында яҙылған­дарына рәхмәт әйтелә, тағы килергә саҡырып ҡалалар, ә тәнҡитләгән яҙмаларҙан һуң был иҫкәрмәләрҙе иҫәпкә алырға вәғәҙә ителә.


Шамандар менән осрашыу көс һәм мәғлүмәт бирә


...Генераль директор Азат Фәйзуллин менән беҙ уның Тибет медицина үҙәгенән сығып барған мәлендә осраштыҡ. Урамға сыҡҡан тамбур аша бер-бер артлы пациенттар үтеп тора – аяҡтарына ишек төбөндәге йәшниктән бахила алып кейәләр ҙә дауаланырға инеп китәләр. Шулай ҙа Азат Фәйзулла улы минең менән әңгәмәләшергә форсат тапты.
– 2011 йылда Санкт-Петербургта Ҡытай медицинаһын үҫтереү буйынса XI Бөтә донъя конгресында булырға тура килгәйне, – тине ул. – Унда 1200 белгес ҡатнашты. Ике көн барған ошо сарала Көн­сы­ғыштың элек ярым легенда рәүешендә ишетеп һәм интернеттан уҡып ҡына белгән юғары кимәлдәге дауалау оҫталары менән осрашыу бәхете тейҙе. Беҙ Бөтә донъя Ҡытай медицинаһы ойошма­һының икенсе секретары Ли һәм ойошманың халыҡ-ара мөнәсәбәт­тәр академияһы директоры Зу менән Рәсәйҙә һәм Башҡортос­танда Ҡытай медицинаһын үҫтереү кәрәклеге тураһында һөйләштек, ул был эштә ярҙам итергә вәғәҙә бирҙе һәм беҙ әле шул йүнә­лештәрҙе алып барабыҙ.
– Был йүнәлештәрҙе аныҡ­лабыраҡ китһәгеҙ ине ...

– Ҡытайҙың Шэнси провин­цияһындағы Сиань ҡалаһынан баш мейеһе сирҙәре буйынса белгестәр саҡырҙыҡ, балаларҙың церебраль параличы менән интеккән сабый­ҙарҙы дүрт йыл буйы бик һөҙөм­тәле дауалай алдыҡ. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ике йыл был ҡала менән бәйләнеш булмай торҙо. Әле улар менән хеҙмәттәшлекте яңыртыу тураһында һөйләшеүҙәр бара.
– Һеҙҙең халыҡ-ара эшҡыуар­лыҡ мөнәсәбәттәре бының менән генә сикләнмәй шикелле ...

– Быйыл июндә Монголия яғының саҡырыуы буйынса монгол-тибет медицинаһын үҫтереүгә арналған икенсе халыҡ-ара конференцияла булып ҡайттыҡ. Беренсе көн университетта, икенсе көндө ил президенты хакимиәтендә барҙы был сара.

Шуныһы ғорурлыҡ тойғоһо уятмай ҡалманы: 17 ил вәкилдәре ҡатнашҡан ошо ҙур йыйында Рәсәйҙән мин бер үҙем булдым. Миңә сығыш яһау мөмкинлеге лә бирелде, Башҡортостанда Ҡытай һәм Монголия медицинаһын үҫтереү буйынса нимәләр эшлә­үебеҙ тураһында һөйләнем. Уларға был бик оҡшаны. Монголия медицина университеты менән бер­лектәге эшмәкәрлек тураһындағы меморандумға ҡул ҡуйҙыҡ.
Монголияның төньяғындағы “көс алыу урындары” тип аталған төбәктәрендә булырға яратам. Былтыр сентябрҙә шул яҡта донъяның иң көслө шамандарының береһе менән осраштыҡ. Ул кешеләрҙе айына өс тапҡыр ғына ҡабул итә икән һәм бының өсөн айырым рөхсәт кәрәк. “Көнсығыш философияһында тән һәм рухи кон­цепцияларҙың үҙ-ара бәйлә­неше” тигән темаға докторлыҡ диссертацияһы яҙам һәм шаман менән һөйләшеп, уны өҫтәмә материал менән байытыуҙы маҡсат итеп ҡуйғайным. Ул бик күп ҡы­ҙыҡлы мәғлүмәт бирҙе, уларҙы эшемдә ҡулланырға ла рөхсәт алдым. Бынан тыш халыҡ-ара абруйлы бер монгол профессорының килеүен көтәбеҙ, ул, Алла бирһә, быйыл октябрҙә Өфөлә кешеләрҙе ҡабул итә башлаясаҡ.
– Ә Көнбайыш медицинаһына Һеҙҙең ҡарашығыҙ нисек?

– Көнбайыш медицинаһы ла, Көнсығыштыҡы ла, һәр ҡайһыһы айырым алғанда, панацея була алмай. Ошо ике йүнәлеште лә бергә ҡуша алһаҡ, бының интерактив һөҙөмтәһе ҙур булыр, күберәк кешегә дауаланыу мөмкин­леге лә тыуыр ине.

Бында эштең тағы бер мөһим яғы тураһында әйтмәй булмай: Ҡытайҙың үҙенә йәки Монголияға барып дауаланыу ваҡыт та, байтаҡ аҡса ла талап итә, ә беҙҙең осраҡта үҙебеҙҙең республикала дауа алыу форсаты бар.
– Киләсәккә ниндәй пландар менән йәшәй Тибет медицинаһы үҙәге?

– Планһыҙ һәм хыялһыҙ йәшәп булмай инде ул. Үҙем тыуып үҫкән Ғафури районында һауыҡтырыу базаһы булдырырға ине. Маралдар алып ҡайтып, алтайҙар һымаҡ, уларҙың мөгөҙөнән һәм ҡанынан алынған препараттар ярҙамында халыҡты дауаларға ине тигән уй бар. Бындай үҙәктәрҙең масштабы ла киң булырға тейешле. Алтайҙа ошо йүнәлештә эшләгән белгестәр менән һөйләшеү алып барыла, улар беҙҙәге әле буласаҡ дауалау урынының матди базаһын булдырыу менән шөғөлләнә башланы ла инде. Был әҙерлек тейешле кимәлгә еткәс, Башҡортостанға килергә вәғәҙә итәләр.
Бынан тыш, Санкт-Петербург­тағы геронтология һәм биорегуляция институты менән дә һөйлә­шеү­ҙәр бара. Олоғайғас, кеше организмындағы күп функциялар юғала йәки көсһөҙләнә башлай. Нисек итеп уларҙың оҙағыраҡ эшләүен тәьмин итергә? Институт ошо йүнәлештә шөғөлләнәсәк дауалау үҙәге булдырасаҡ.
“Башҡортостан үләндәре” ойош­маһы менән дә махсус үҙәк булды­рырға ниәтләйбеҙ. Уның маҡсаты – беҙҙәге шифалы үләндәрҙән монгол һәм тибет рецептары нигеҙендә дарыу әҙерләү.


Реклама
Читайте нас