Йәш артист Аҡъегет Вәлитов акробатик һикереүҙе башҡарғанда йәрәхәтләнгән. Әле табиптар уның ғүмере өсөн көрәшә.
Быға тиклем был эште әллә күпме башҡарһа ла, 22 йәшлек егет был юлы яңылыш йығылған. Уны күптәр социаль селтәрҙәр аша әүҙем тормош алып барған, акробатика менән шөғөлләнгән, йырҙар ижад иткән һәм уларҙы үҙе башҡарған артист булараҡ белә.
Көн һайын йырсы Алтынай Вәлитов бәләкәй ҡустыһының хәлен белер өсөн дауаханаға килә. Бәләкәй саҡтан ул ҡустыһына ярҙам итергә, уға терәк булырға өйрәнгән. Акробатикала улар тәүге аҙымды бергә яһаған.
Социаль селтәрҙәрҙә Аҡъегеттең ижадына ғашиҡ булған меңәрләгән кеше артисҡа тиҙерәк һауығыуын теләй. Беҙ ҙә: “Аҡъегет, бирешмә!” – тип өндәшәбеҙ.