Фельдшер Илдар Яҡуповты ауылда көтөп торалар.
Медпункт ишеген асып инмәгән кеше юҡ: көн дә берәйһенең сәләмәтлегенә ҡағылған проблемаһы сығып тора. Уйламағанда ауырып китеүең ихтимал, табип яҙған уколдарҙы һалдыртаһы бар, ҡан баҫымын да фельдшерҙан үлсәтеү ышаныслыраҡ. Бәпес көткән ҡатындар, йәш сабыйҙары булғандар ҙа даими рәүештә ФАП-ҡа килеп, күҙәтелеп тора.
Шул уҡ ваҡытта ауыл халҡы сәләмәтлеге һағында ҡатын-ҡыҙҙар тороуына шул тиклем күнеккәнбеҙ, был вазифала ир-егеттәрҙе күҙ алдына ла килтереүе ҡыйын. Ә бар бит ул көслө заттар араһында ла бынамын тигән фельдшерҙар! Шуларҙың береһе — Аһылайҙан фельдшер-акушер пункты мөдире Илдар Яҡупов.
Илдар Нурислам улы Белорет районының Ҡағы ауылында донъяға килгән, бала сағында ғаиләһе менән Әбйәлилгә Гусевҡа күскәндәр. Мәрхәмәтле лә, яуаплы ла һөнәрҙе ул бик теләп һайлаған һәм тормош юлында, ҡайҙа ғына хеҙмәт итмәһен, һәр саҡ уға тоғро ҡалған.
Мәктәп тамамлаған егетте хыялы Белорет медицина училищеһына алып килә. 1987 йылда ҡулына диплом алғас, һалдат бурысын үтәй. Әйткәндәй, диңгеҙ флотында ла фельдшер вазифаһын башҡара.
Ҡайтҡас, тормош юлдары уны туп-тура ауылға фельдшерлыҡ пунктына илтмәй әле. Илдар Яҡупов ер-һыу күреү, ир-егет өсөн лайыҡлы эш хаҡы алыу маҡсатында алыҫ Себергә юллана. Эшселәрҙең сәләмәтлеге һағында хеҙмәт итә. Ғаиләле булғас та, оҙаҡ йылдар вахта юлы менән эшләүен дауам итә. 2016 йылда ғына ултыраҡ тормошҡа ҡайтырға, ғаиләһенән бүтән оҙайлы ваҡытҡа айырылмаҫҡа ҡарар ҡыла.
Әйткәндәй, ул 1997 йылдан ғаиләһе менән Байым ауылында йәшәй. Ҡатыны Фәниә Марс ҡыҙы ла медицина хеҙмәткәре — Байым участка дауаханаһында шәфҡәт туташы. Илдар Нурислам улы йылдан ашыу Байым участка дауаханаһы мөдире вазифаһын башҡара. 2017 йылдың ноябренән Аһылай фельдшер-акушерлыҡ пунктына күсерелә.
Көн һайын бер яҡҡа ғына 25 саҡрым юл үтеп, Байымдан йөрөп эшләй ул. Был осраҡта әл дә фельдшер ир кеше тип һөйөнәһең, сөнки ҡатын-ҡыҙҙар өсөн юл йөрөү, транспорт мәсьәләһе ҡыйынлыҡтар тыуҙырыр ине. Юлаусыларҙың юлы һирәк төшкән төпкөл ауылға ыңғай машина тотоуы ла еңел түгел. Ә Илдар Яҡупов өсөн был мәсьәлә юҡ иҫәбендә. Тәүлекләп юлда йөрөргә күнеккән кисәге вахтасы өсөн көнөнә 50 саҡрым үтеүе нимә ул? Шәхси транспорты ла бар: эшкә машинала, мотоциклда йөрөй.
Ир-егеттең йөрәгендә эйәрле-йүгәнле ат ятыр, тип белмәй әйтмәгән боронғолар. Илдар Нурислам улы йәш сағынан мотоциклдарға ғашиҡ. Әле эйәрләгән “тимер аты” бер ат хаҡына ғына торошло түгел. Ҡомарлы байкер “Ямаха”һы менән былтыр Волгоградҡа тиклем барып ҡайтҡан. Ғүмерлек мауығыуы эшендә лә ҡулланыш таба. Көн-төн тип тормай, шәп тиҙлектә ауырыуҙар янына елдерә.
— Әле яңыраҡ ҡына бер уҙаман ағас эшкәртә торған станокта ҡулын йәрәхәтләгән. Тиҙ арала барып, тәүге ярҙам күрһәттем, — ти Гиппократ антына тоғро хеҙмәткәр.
— Ауылда фельдшер булып эшләү элекке хеҙмәт урындарығыҙҙан айырыламы? — тип һорайым.
— Әлбиттә, эшселәр янында еңелерәк. Вахтаға сирле кешеләр алынмай, медицина тикшереүе үтеп киләләр. Миңә уларҙың производствола йәрәхәт алыуына юл ҡуймаҫ өсөн контроль тикшереүҙәр үткәреү менән шөғөлләнергә тура килде. Ара-тирә ауырып китеүселәргә дауалау курсы тәғәйенләй торғайным, — ти Илдар Нурислам улы. — Ә фельдшер-акушерлыҡ пункты мөдире булыу бөтә ауыл халҡының сәләмәтлеге һағында айырыуса уяулыҡ талап итә. Тормошта ниндәй генә хәлдәр булмай: кинәт ауырып китеүселәр, ҡазаға тарыусылар бар. Фәҡәт фельдшерға күҙ төбәп торалар. «Ашығыс ярҙам» килеп еткәнгә тиклем сирленең хәлен еңеләйтеү сараһын күрергә йәки үҙемә район үҙәгенә алып барырға тура килә. Бынан тыш план буйынса күҙәтеүҙәр алып барам, патронаждарға йөрөйөм. Шулай ҙа зарланмайым, халыҡҡа хеҙмәт итеүемә ризамын.
Илдар Яҡуповтың намыҫлы хеҙмәте лайыҡлы баһаланған. Медицина хеҙмәткәрҙәре көнө айҡанлы үткән тантанала һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә фиҙакәр хеҙмәте өсөн ул үҙәк район дауаханаһының Маҡтау грамотаһы менән бүәләкләнгән.