Сәләмәт булайыҡ
28 Сентября 2019, 15:00

"Баламды үпмәгеҙ әле"

Сабыйҙы башҡаларҙан "ҡыҙғаныу" дөрөҫмө? Өс бала әсәһе ошо турала үҙ тормошона бәйле ниҙәр һөйләй?

Фото: stihi.ruФото: stihi.ru
Фото: stihi.ru
Яңы тыуған бәләкәй генә, хуш еҫле генә бәпесте күптәрҙең үбеп-үбеп яратҡыһы килә.
Ата-әсәнең был теләге аңлашыла, ә бына бөтмәҫ-төкәнмәҫ туғандарҙың, күршеләрҙең, таныштарҙың шулай итеүе… Ғәҙәттә, йәш ата-әсә сабыйын кешенән яраттырырға, үптерергә "ҡыҙғана" һәм... дөрөҫ эшләй ҙә. Айырыуса сирҙәр башланған көҙгө-ҡышҡы-яҙғы осорҙа.
Өс бала әсәһе Ариана ла социаль селтәрҙәрҙә ошо турала яҙып сыҡты. Былтыр уның өсөнсө сабыйы – улы донъяға килә. Ә көҙ, алты айлыҡ сағында, киҙеү менән сирләп китә. Тик тәүҙә әллә ни ҡурҡыныс түгел булып күренгән сир саҡ сабыйҙы үлтермәй. Баҡһаң, уның ауырыуҙан хәлһеҙләнгән организмы тағы бер RSV тип аталған вирусты эләктерә. Өлкәндәр, һау кешеләр өсөн бер ҡурҡынысы ла булмаған был вирус йүнләп иммунитеты ла нығынмаған һәм сирле баланың саҡ ғүмерен алмай. Ул тәүҙә бронхитҡа, шунан пневмонияға килтерә икән. Һөҙөмтәлә Ариананың балаһының хәле көндән-көн насарлана, ике ай тигәндә саҡ һауыға. Тик бер йыл үтһә лә, тын алыу юлдарына бәйле проблема ҡала һәм саҡ ҡына сирләп китеүе лә ауыр эҙемтәләргә килтерә.
Аҙаҡ асыҡланыуынса, сабыйҙы Ариананың сирле туғандарының береһе үпкән саҡта зарарлай.
Ысынлап та, беҙҙең йәмғиәттә бының менән бер аҙ аңлашылмаусанлыҡ бар шул. Кеше уныһын-быныһын уйлап тормай башҡаларҙың бәпесен тота ла үбә. Яҡшы ниәт менән балаңды яратҡан туғаныңды тыйыуы ла уңайһыҙ кеүек шул. Тик бәпестең һаулығы ҡәҙерле булһа, уны башҡаларҙан һаҡлау һәм йәшереү хәйерлерәк.
Читайте нас