Сәләмәт булайыҡ
30 Сентября 2019, 15:06

Һарығат сиргә тарытмаҫ

Ул ниндәй ауырыуҙарҙан дауа? Файҙаһы менән бергә ҡайһы бер осраҡтарҙа зыяны ла бар икәнен беләһегеҙме? Яҙмалағы кәңәштәр һеҙгә, һис шикһеҙ, кәрәгер. Сәләмәт булайыҡ!

Автор фотоһы.Автор фотоһы.
Автор фотоһы.
Һары емешле, сәнскеле ботаҡлы был ҡыуаҡты нисек атаһаҡ та танығанһығыҙҙыр. Һүҙлектә һарығат тип алынған, һырғанаҡ – диалект һүҙ тиелгән.


Күптәр уны облепиха тип белә. Элек Ҡытай менән Монголияла, хәҙер инде Рәсәйҙең бөтә төбәгендә лә үҫкән емеш ағасының файҙаһы һәм зыяны тураһында мәғлүмәт еткермәксебеҙ.


Элек-электән уның файҙалы микроэлементтарға, витаминдарға, органик төрҙәге кислоталарға, ди- һәм моносахаридтарға, дубиль ҡушылмаларға, азот, фитонцид, флавоноидтарға, майлы кислоталарға, каротинға бик бай икәне билдәле. Быларҙан тыш, минераль элементтар һанһыҙ уның составында. Шулай ҙа иң күп миҡдарҙа – бор, тимер, марганец. Һарығатты диетик аҙыҡ тип әйтеп була: 100 грамм еләктең калорияһы 80-85 ккал ғына.


Файҙаһы


1. Һарығаттың емешендә һәм ҡайырыһында серотонин күп булғанлыҡтан, үҙәк нервы системаһы эшмәкәрлеге яҡшыра.


2. Майы бактерияларға ҡаршы көрәшеү үҙенсәлегенә эйә – ул янған, йәрәхәтләнгән тирегә килешә.


3. Майын эсһәң, липид алмашыныуы яҡшыра, бауырҙа аҡһым арта, йәрәхәтләнгән күҙәнәктәр бөтәйә.


4. Һарығат емешенең хәтерһеҙлеккә ҡаршы тороуы баһалап бөткөһөҙ. Шуның өсөн ололарға көнөнә 2-3 балғалаҡ ашап тороу яҡшы һөҙөмтә бирә. Һутын йүткергәндә эсеү файҙалы.


5. Орлоҡтарының төнәтмәһе – эшкәртеү системаһындағы сирҙәрҙән дауа, эс ҡаталағанда ла ярҙамға килә.


6. В витамины комплексы тупланғанлыҡтан, уны потенция менән ыҙалағандарға ҡулланыу ыңғай һөҙөмтә бирә. Быуындары һыҙлағандарҙың ҡуҙғалаҡ кислотаһын ҡыуып сығара.


Зыяны


Гепатит, холецистит, бүтән төрлө ашҡаҙан-эсәк ауырыуынан интеккәндәргә һарығат майын эсеү ҡәтғи тыйыла. Кесе ярау юлында ташы булғандарға майын эсергә ярай, ә емешен ашау зыянлы.


Һәр нәмәлә сама кәрәк икәнен онотмай, үҙегеҙҙең ауыртмаған яғығыҙҙы ҡарап, һырғанаҡты ла көндәлек рационығыҙға индерегеҙ, ҡулланығыҙ, файҙаһын күрегеҙ.
Читайте нас