Сәләмәт булайыҡ
5 Октября 2019, 08:43

Пневмония булып ҡуймаһын!

Ул – ҡурҡыныс ауырыу. Сирҙе нисек асыҡларға һуң? Яҙмала пневмонияның билдәләре менән танышырға тәҡдим итәбеҙ. Үҙегеҙҙе һәм яҡындарыбыҙҙы һаҡлайыҡ!

Фото: attuale.ruФото: attuale.ru
Фото: attuale.ru
Һуңғы арала Ғайса йыш йүтәлләне. "Ярай үтер әле, берәй вирус йөрөйҙөр", – тип арлы-бирле дарыуҙар ҡабул итте, температураһын төшөрөргә тырышты. Әммә хәле арыуланмағас, поликлиникаға барырға булды. Табиптар егеттә пневмония башланыуын билдәләне.
Ул – ҡурҡыныс ауырыу. Сирҙе нисек асыҡлайҙар һуң?
Пневмонияның билдәләре күп: туҡтауһыҙ еүеш йүтәл, баш ауырта, хәл бөтә, тирләтә, температура күтәрелә, ҡалтырата, тын алғанда күкрәк ауырта, ирен зәңгәрләнә.


Йүтәл оҙаҡҡа һуҙыла икән, табипҡа мотлаҡ күренергә кәрәк. Пневмонияны асыҡлау өсөн ҡан һәм ҡаҡырыҡ анализы тапшыралар. Үпкәлә ялҡынһыныу шиге бар икән, ауырыуҙы ренгентҡа төшөрәләр.
Һалҡын көндәр етте. Үҙегеҙҙе һаҡлағыҙ, йылы кейенеп йөрөргә тырышығыҙ.
Читайте нас