Ғалимдар төрлө илдәрҙә йәшәгән оҙон ғүмерле кешеләрҙең рационын тикшергәс, антиоксиданттарға бай ризыҡтарҙың ҡартайыу ваҡытын әкренәйтеүен асыҡлаған.
Был йәһәттән йәшел сәйгә етеүсе юҡ икән. Финик та бик файҙалы. Юҡҡа ғына уны “тормош емеше” тип атамайҙар.
Финикта 23 төрлө аминокислота бар. Триптофан тигәне беҙҙең кәйеф өсөн яуап бирә. Бынан тыш, финикта глютамин кислотаһы ла бар. Ул ашҡаҙан-эсәк эшмәкәрлеген көйләй, ә никотин кислотаһы зыян күргән күҙәнәктәрҙе тергеҙергә булыша. Помидорҙа, һырғанаҡта ла кеше организмы өсөн кәрәкле матдәләр бар.
Тимәк, һау-сәләмәт булып, оҙаҡ йәшәгегеҙ килһә, ошо йәшелсә һәм емештәр өҫтәлегеҙҙә даими булырға тейеш.