Сәләмәт булайыҡ
8 Октября 2019, 09:00

Ҡан тамырҙарын нисек таҙартырға?

Дөрөҫ туҡланмау һәм йәш үҙенекен итә: ваҡыт үтеү менән ҡан тамырҙары туҙа, йәғни һығылмалылығын юғалта, холестерин ултыра, тарая. Бының һөҙөмтәһе инде – инсульт, инфаркт һәм башҡа хроник ауырыуҙар. Шуның өсөн ҡан тамырҙарын даими таҙартып торор кәрәк. Был процедураны өй шарттарында ла эшләп була.

zen.yandex.ruzen.yandex.ru
zen.yandex.ru
Дөрөҫ туҡланмау һәм йәш үҙенекен итә: ваҡыт үтеү менән ҡан тамырҙары туҙа, йәғни һығылмалылығын юғалта, холестерин ултыра, тарая. Шунлыҡтан эске ағзаларҙа, бигерәк тә мейелә ҡан әйләнеше насарая, артериаль баҫым күтәрелеүгә зарланыусылар күбәйә. Бының һөҙөмтәһе инде – инсульт, инфаркт һәм башҡа хроник ауырыуҙар.
Шуның өсөн ҡан тамырҙарын даими таҙартып торор кәрәк. Был процедураны өй шарттарында ла эшләп була.
Бының өсөн беҙгә дүрт лимон, ҙур булмаған имбирь, дүрт-биш теш һарымһаҡ, ике ҡалаҡ бал кәрәк. Лимонды, имбирҙе, һарымһаҡты һәр береһен айырым-айырым ит турағыстан үткәрәбеҙ йәки блендерҙа иҙәбеҙ. Лимонды өс литрлыҡ банкаға һалабыҙ, өҫтөнә ҡайнап 60 градусҡаса һыуытылған һыуға бал, иҙелгән һарымһаҡ һәм имбирь ҡушылған төнәтмәне ҡойоп, яҡшылап болғатабыҙ. Ике сәғәттән шифалы эсемлек әҙер.
Нисек ҡулланырға? Һәр көн иртәле-кис ас ҡарынға 100 миллилитр эсергә. Өс аҙнанан һуң бер аҙна ял, аҙаҡ тағы дүрт аҙна шулай ҡулланырға. Әҙерләнгән төнәтмәне һыуытҡыста һаҡлайбыҙ, эсер алдынан һыулы кәстрүл эсенә ултыртып йылытып алырға мөмкин.
Әлбиттә, кемдеңдер берәй компонентҡа аллергияһы бар икән, уларға бындай дауаланыу килешмәҫкә мөмкин.
Читайте нас