Табип-диетологтар яман шеш һәм шәкәр ауырыуына ҡаршы иң файҙалы ризыҡты атап, ҡайһы бер еләктәр яман шеште иҫкәртә, шәкәр ауырыуынан интегеүселәргә ярҙам итә тип һанай. Ниндәйҙәре һуң?
Был – ҡара еләк, күк еләк һәм мүк еләге (черника, голубика, клюква). Әлеге еләктәрҙә антиоксиданттар ҙур миҡдарҙа була. Улар бөйөр эшмәкәрлеген һәм күҙеү һәләтен яҡшырта.
Бынан тыш, һуған, имбирь, һарымһаҡ файҙалы. Улар бактерияларҙы үлтерә, вируслы ауырыуҙарҙан һаҡлай тип һанай табиптар.
Кәбеҫтә, редис, керән, помидор, йәшел үләндәр ҙә файҙалы. Укроп, петрушка, кинза кеүек тәмләткестәр майлы һәм көйөп киткән шашлыҡтың зыянын кәметә.
Диетологтар көн һайын 400-500 грамм сей йәшелсә һәм еләк-емеш ашарға кәңәш итә. Өлкән йәштәгеләргә йәшелсәләрҙе бешереп ашау хәйерле.