Шөкөр, бөгөн сауҙа кәштәләрендә милли ризыҡтарыбыҙ артҡандан-арта бара. Был йүнәлештәге кәсепселек менән шөғөлләнгән милләттәштәребеҙ ҙә етерлек. Әле баш ҡалала һәм райондарҙа гөрләп уҙған йәрминкәләрҙә әлегә тиклем ҡымыҙ һатыусылар ҙа бар.
Ҡымыҙ – бик файҙалы эсемлек. Ул антибиотиктарға, микроэлементтарға һәм витаминдарға бай. С витамины бигерәк күп. Унан башҡа организм өсөн файҙалы аҡһым, майҙар, шәкәр матдәләре бар.
Ҡымыҙ күп кенә сирҙәргә ҡаршы иҫкәртеү сараһы булараҡ та тәҡдим ителә. Батырҙар эсемлеге – үпкә, ашҡаҙан-эсәк сирҙәре, аҙ ҡанлылыҡ, нервы системаһы, йөрәк-ҡан тамырҙары ҡаҡшағанда бик яҡшы дауа.