Сәләмәт булайыҡ
11 Октября 2019, 18:14

Яман шеште яҡын килтермәй

35 йыл дауам иткән тикшеренеүҙә 1,1 миллион кеше ҡатнашҡан.

Фото: vk.comФото: vk.com
Фото: vk.com
Швеция ғалимдары ҡандың ниндәй төркөмөнөң яман шешкә ҡаршы ныҡ тороуын асыҡлаған. 35 йыл дауам иткән тикшеренеүҙә 1,1 миллион кеше ҡатнашҡан.
Был хеҙмәт авторҙары Бөйөк Британиялағы ғалимдарҙың һөҙөмтәләрен раҫлап, ҡандары икенсе төркөмгә ҡарағандар ашҡаҙан рагы менән йышыраҡ ауырый, тип белдергән.
Ә бына беренсе төркөмгә ҡарағандар ракка ҡаршы ныҡ тора. Ләкин уларҙың гастрит һәм ашҡаҙан йәрәхәтенән йыш яфаланыуы билдәләнгән.
Ҡандары өсөнсө һәм бик һирәк булған дүртенсе төркөмгә ҡарағандарҙа ашҡаҙан аҫты биҙе яман шеше йыш күҙәтелгән.
Читайте нас