Һүҙҙең ыңғай һәм кире тәьҫир көсө тураһында уйланғанығыҙ бармы? Ул йәшәтә лә, йәшәртә лә, үлтерә лә... Йәки нимәнән ҡурҡһаң, шул алдыңа килер, тип боронғолар белмәй әйтмәгәндер. Психологтар ҙа һүҙ менән бик һаҡ эш итергә ҡуша һәм түбәндәге күнегеүҙе тәҡдим итә.
Һәр көн ун минут дауамында күҙҙәрегеҙҙе йомоп, үҙегеҙҙе ыңғай уйҙарға көйләгеҙ.
"Бөтә ағзаларымдың һәр бер күҙәнәге һауыға, таҙарына, яңынан тыуа. Ҡан еңел һәм иркен аға, ул саф, таҙа.Ҡан тамырым һығылмалы, йәш, һау. Мейе яҡшы эшләй, ул таҙа һәм саф. Көндән-көн һауыраҡ, йәшерәк, көслөрәк була барам" – был һүҙҙәрҙе ысын күңелдән, ышанып әйтергә кәрәк, һәм яҡшы һөҙөмтә оҙаҡ көттөрмәҫ, ти белгестәр.
Ысынлап та һүҙ бөтә нәмәнең башланғысы булып тора. Уйҙарыбыҙ һәм һүҙҙәребеҙ ниндәй – беҙ шундай. Уңыш та, уңышһыҙлыҡ та, сир ҙә, һаулыҡ та үҙенән-үҙе килеп сыҡмай, тип өҫтәй күңел кисерешен өйрәнеүселәр. Кешенең әлеге халәте – элекке уйҙарының, эштәренең сағылышы. Ә уның киләсәге бөгөнгө уйҙарынан, инаныстарынан, башҡарған ғәмәлдәренән төҙөлә.
Ошоларҙы иҫәпкә алып, уйҙарыбыҙҙы тик яҡшыға көйләйек, матур, күңелгә сихәт бирер һүҙҙәрҙе үҙебеҙгә генә түгел, бер-беребеҙгә әйтергә лә йәлләмәйек.