Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығының Эндокринология медицина тикшеренеү үҙәге терапевт-эндокринологтары дөрөҫ туҡланыу буйынса кәңәштәр биргән.
Улар итте аҙнаға бер мәртәбә генә ашарға тәҡдим итә. Был сикләү ҡош итенә ҡағылмай. Ә колбаса һәм сосискаларҙан бөтөнләй баш тартыу хәйерле.
Бынан тыш, йомортҡаны күп ашарға ярамай, тигән фекерҙе улар кире ҡаҡҡан. Көн һайын бешкән берәү – тик файҙаға ғына, ти белгестәр.
В төркөмө витаминдары организмға инһен өсөн, ярмаларҙан һәм дөрөҫ әҙерләнгән икмәктән баш тартмаҫҡа кәрәк. Ә бына тоҙло, баллы ризыҡты аҙыраҡ ашағыҙ.
Әкрен үҙләштерелгән углеводтар, бөтә бөртөклө, ҡуҙаҡлы культура ризыҡтары, зәйтүн майы һәм сәтләүектәр – матурлыҡ, сәләмәтлек нигеҙе.