Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булайыҡ
20 Октябрь 2019, 18:51

Был ризыҡтарҙы бер ҡасан да ашарға ярамай!

Ғәҙәттә, бөтә ризыҡты ла ашарға ярай, әммә сама белеп кенә, ти торғайнылар. Ә бына хәҙер диетологтар ҡайһы бер ризыҡтарҙы рациондан бөтөнләй алып ташларға кәңәш итә.

Фото: ria.ru
Фото: ria.ru
Ғәҙәттә, бөтә ризыҡты ла ашарға ярай, әммә сама белеп кенә, ти торғайнылар. Ә бына испан диетологтары ҡайһы бер ризыҡтарҙы рациондан бөтөнләй алып ташларға кәңәш итә.

Мәҫәлән, таҙартылған ондан бешерелгән ризыҡты оҙайлы ваҡыт ҡулланыуҙың зыян килтереүе бар, йәғни ул ҡандағы глюкозаның ҡапыл артыуына йә, киреһенсә, шәкәрҙең кәмеүенә килтерә. Кастельон ҡалаһындағы "Гасма" мәктәбе профессоры, диетолог Пилар Эскер әйтеүенсә, был диабет сиренә лә йыш ҡына сәбәпсе була.

Иген культураларын эшкәрткәндә, күҙәнәкле туҡыма менән бергә файҙалы матдәләр ҙә алып ташлана. Таҙартылған онда гликемия индексы ла юғары була, шуға күрә уларҙың туҡлыҡлылыҡ кимәле лә түбәнерәк. Диетолог Мария Мерино ла шул уҡ фекерҙә.
Эксперттар, бер нисә тапҡыр тарттырылып таҙартылған ондан баш тартып, бер тапҡыр ғына тарттырылғанына өҫтөнлөк бирергә кәрәк, тигән фекерҙә. Йәнә диетологтар колбаса ризыҡтарынан да баш тартырға кәңәш бирә, сөнки уларға төрлө өҫтәмәләр, крахмал һәм башҡа матдәләр ҡушыла.
Тағы бер кәңәш. Беҙгә быға тиклем майһыҙландырылған һөт ризыҡтарына өҫтөнлөк бирергә тәҡдим итәләр ине. Ә Гарвард университеты ғалимы Дэвид Людвиг, тикшеренеүҙәр үткәреп, майһыҙ һөт ризыҡтарынан баш тартырға ҡушҡан. Май кимәле түбән һөттә һәм һөт ризыҡтарында шәкәр күберәк була һәм туҡлыҡлылыҡ йәһәтенән дә сифатлы түгел икән.
Бынан тыш, ҡамыр ризыҡтарын, снэк һәм ярым фабрикаттарҙы ваҡыты-ваҡыты менән дә ҡулланмаҫҡа кәңәш бирәләр. Этикеткаларында “түбән калориялы”, “шәкәрһеҙ” тигән яҙыулы ризыҡтарҙы ла ашарға ярамай икән. Шулай ук алкоголь һәм эшкәртелгән ит тә тыйыла.
Читайте нас