Сәләмәт булайыҡ
21 Октября 2019, 17:15

Ашаһаң гел ҡыҙылды, булырһың ҡыҙҙар ҡыҙығырлыҡ

Ике аҙна буйы тик ҡыҙыл төҫлөнө ашағандар 5-әр килограмға ябығыуға өлгәшкән,

hochu.uahochu.ua
hochu.ua
Һәр кем матур, һомғол буйлы булырға теләй һәм бының өсөн ниндәй генә ысулдар ҡулланмай. Ә бына сит ил психологтары диетологтар менән берлектә ҡыҙыл төҫтәге аҙыҡтарҙан диета төҙөгән һәм уны бик уңышлы тип тапҡан: унда сейә, ҡыҙыл алма, ит, гранат, ҡыҙыл балыҡ һәм ҡыҙыл шарап ингән.


Психолог Дэвид Бродмэн һүҙҙәренә ҡарағанда, ҡыҙыл төҫ кәйефте күтәрә. Организм эшләп сығарған эндорфиндар аҙыҡты тиҙ эшкәртеүгә булышлыҡ итә һәм шуның менән ябыҡтыра.


Ғалимдар билдәләүенсә, ябығырға теләгән 50 кешене биш төркөмгә бүлеп, тәжрибә үткәргәндәр. Һәр төркөм бер төрлө төҫлө аҙыҡ менән генә туҡланған: һары, йәшел, ҡыҙыл һәм башҡа. Ике аҙна буйы тик ҡыҙыл төҫлөнө ашағандар 5-әр килограмға ябығыуға өлгәшкән, һомғолланып, матурланып ҡалған. Шуныһы: төҫө бер иш булһа ла, аҙыҡты төрләндереп ашау мөһим, былай иткәндә һаулыҡҡа зыян килмәҫ.


Шулай ҙа һәр диетаны башларҙан алда табип менән кәңәшләшеү мотлаҡ.
Читайте нас