Сәләмәт булайыҡ
21 Октябрь 2019, 10:24

“Больничный”ҙы юғалтҡандар...

Саҡмағош районында механизатор булып эшләгән ирҙе тәүҙә пневмониянан дауалайҙар, әммә тиҙ арала сирҙең етдиерәк икәнен төшөнәләр һәм ауырыуҙы туберкулез диспансерына ебәрәләр. Ике ай буйына туберкулездан дауалайҙар, аҙаҡ өйҙә бер ай дауалана.

Шәхси архивтанШәхси архивтан
Шәхси архивтан
Табиптар 60 йәшлек ирҙе ике ай буйына булмаған сирҙән дауалаған, өҫтәүенә “больничный”ын юғалтҡандар. Әле иргә инвалидлыҡ билдәләйҙәр, ул аҡсаға мохтажлыҡ кисерә, әммә бухгалтерия дауаханала бер ай ятҡан өсөн түләй алмай.
Саҡмағош районында механизатор булып эшләгән ирҙе тәүҙә пневмониянан дауалайҙар, әммә тиҙ арала сирҙең етдиерәк икәнен төшөнәләр һәм ауырыуҙы туберкулез диспансерына ебәрәләр. Ике ай буйына туберкулездан дауалайҙар, аҙаҡ өйҙә бер ай дауалана.
Урындағы онколог диагноздың дөрөҫлөгөнә шикләнеп, Өфө белгестәренә күренергә ҡуша. Табиптарға ирҙең ғаиләһе рәхмәтле, сөнки тәүге стадиялағы яман шеш сирен асыҡлауы ауыр, ә улар быны раҫлай. Онкологтар шунда уҡ дауа билдәләй.
Хәҙер ир башҡаса эшләй алмаясаҡ, инвалидлыҡ бирәсәктәр. “Больничный” юллап йөрөргә уның ваҡыты ла, хәле лә юҡ. Бөтә ғүмерен ауыр эштә үткәргән, ал-яп белмәгән механизаторға табиптарҙың иғтибарһыҙлығы менән ваҡытында “больничный” түләнмәүе генә аптырата. “Бөтә ышаныс – һаулыҡ һаҡлау министрына”, – ти пациенттың ҡыҙы Диана.
Читайте нас