Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булайыҡ
23 Октябрь 2019, 00:31

Бөйөрҙә таш ниңә “үҫә”?

Был һорауға Рәсәй табиптары бер ауыҙҙан “сәбәбен беләбеҙ” тип яуап бирә.

Фото: Pixabay.com
Фото: Pixabay.com
Был һорауға Рәсәй табиптары бер ауыҙҙан “сәбәбен беләбеҙ” тип яуап бирә. Уларҙың әйтеүенсә, таштарҙың барлыҡҡа килеүендә ҡайһы бер аҙыҡ-түлек төрҙәре ғәйепле.
Белгестәрҙең әйтеүенсә, менюнан составында пурин күп булған аҙыҡты алырға кәрәк. Консервалар, итле субпродукттар, ныҡ һөҙөклө һурпа, ыҫланған, тоҙланған иттән әҙерләнгән аҙыҡтар – шулар рәтендә.
Тоҙҙо сама менән тотонорға кәрәк, тип кәңәш итә медиктар. Таштарҙың барлыҡҡа килеүенә һыуҙы аҙ эсеү ҙә сәбәпсе булыуы ихтимал. Әйткәндәй, быныһы – иң киң таралған сәбәп.
Читайте нас: