Сәләмәт булайыҡ
26 Октябрь 2019, 10:17

Эскелеккә әүәҫлегең юҡмы? Тикшереп ҡара

Алкоголик менән һау кеше араһында дүрт төрлө айырма бар икән.

Фото: mail.ruФото: mail.ru
Фото: mail.ru
Билдәле психиатр-нарколог Михаил Зобин алкоголик менән һау кеше араһында дүрт айырма барлығын асыҡлаған:


Беренсенән, һау кеше бер-ике рюмка эсһә, артабан эсеү теләге кәмей, ә алкоголиктың, киреһенсә, 100 грамдан һуң эсеү теләге бер-нисә тапҡыр арта, контроль юғала.


Икенсе айырма – “шлюздар системаһы” тип атала. Һау кеше саманы онотоп күп “ҡыйыш һалһа”, икенсе көнөнә уның организмы ағыуҙан тиҙерәк ҡотолоу яғын ҡараясаҡ – кеше ҡоҫа. Ә алкоголикка килгәндә, күпме эсһә лә, бер ҡасан да ҡоҫмай.


Өсөнсөнән, һау кеше мәжлестең икенсе көнөнә араҡыны күргеһе лә, ишеткеһе лә киләмәй, ә алкоголик киреһенсә, баш төҙәтеү яғын ҡарай.


Дүртенсе айырма – алкоголизм менән ауырыған кеше супермаркеттың араҡы-шарап бүлеге эргәһенән тыныс ҡына үтә алмай икән.


Спиртлы эсемлектәрҙең һаулыҡҡа зыянлы булыуы хаҡында онотмайыҡ!
Читайте нас