Уларҙың һаулығына ата-әсәһе яуаплы.
Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы билдәләүенә ярашлы, “һаулыҡ – физик, рух һәм социаль именлек торошо”. Сирҙең күҙәтелмәүе генә һинең һау-сәләмәт булыуыңды аңлатмай. Һаулыҡты бөтә киңлегендә аңлау кешелек өсөн мөһим, ул сәбәп-эҙемтә бәйләнештәрен күрергә ярҙам итә.
Һау балалар һаны нисә процент?
Сәләмәтлек – кешенең тәбиғи торошо, йәшәү нормаһы. Уны һаҡлау ҙа үтә ябай – бары тәбиғәт ҡанундарын күҙәтеү, теүәл үтәү кәрәк. Әгәр ҙә беҙ яңы техника һатып алғас, файҙаланыу регламентын дөрөҫ үтәһәк, ул беҙгә оҙаҡ йылдар хеҙмәт итеп шатландырасаҡ. Кеше организмы менән дә шул уҡ хәл, бары уның мөмкинлектәрен аңларға һәм уға тейешле көсөргәнеште, яуаплылыҡты билдәләргә кәрәк.
Тәбиғи биоритмдарҙы һәм ҡанундарҙы боҙоу яраҡлашыу мөмкинлектәрен ҡаҡшата. Сабый донъяға иҫ киткес ҙур йәшәү ҡеүәте һәм резервы менән тыуа. Ғалимдар әйтеүенсә, физиологик яҡтан өлгөргән сабыйҙар ауырырға ла тейеш түгел. Тик ни өсөн ул саҡта статистика буйынса донъяға килгән сәләмәт балалар һаны биш проценттан да артмай? Яуап ябай: сөнки беҙ физиология ҡанундарын бала тыуыуын планлаштырған осорҙа уҡ боҙабыҙ. Сәләмәт йәшәү рәүеше беҙҙең арала нығынмаған әле. Ата-әсәләрҙе көн тәртибен дөрөҫ ойоштороуға, туҡланыуға, ял итеүгә ҡарағанда, балаларының ниндәй билдә алыуы нығыраҡ ҡыҙыҡһындыра. Дәрес һәм түңәрәктәрҙең күплеге, ваҡытында дөрөҫ туҡланмау һәм йоҡо туймау арҡаһында баланың ашҡаҙан-эсәк эшмәкәрлеге боҙола, вегетатив тамыр дистонияһы, нервы ауырыуҙары баш ҡалҡыта, йыш һалҡын тейә. Сабыйҙың ауырыуында барыһынан да элек ата-әсә ғәйепле.
Тәбиғәт ритмынан тайпылмау, дөрөҫ туҡланыу, физкультура менән шөғөлләнеү, уй-фекереңде һәм хис-тойғоңдо контролләү һөҙөмтәһендә генә сәләмәтлеккә эйә булырға мөмкин.
Статистика буйынса, кешенең сәләмәтлеге 50-60 процентҡа йәшәү рәүешенә бәйле, бары 10 проценты – медицина торошона, 10-15 проценты кеше геномына бәйләнгән. Тимәк, беҙҙең тормош сифаты һәм рәүеше, көндәлек ғәҙәттәребеҙ сәләмәтлек кимәлен билдәләй тигән һүҙ. Шулай булғас, күҙ алдына килтерегеҙ: ҡайһы фондҡа ресурстар һалыу отошлораҡ – 10 процент килем килтергән медицинағамы, әллә 50-60 процент табыш бирәсәк сәләмәт тормош проектынамы?
Йыл һайын медицина хеҙмәттәре яҡшыра, өр-яңы технологиялар барлыҡҡа килә, әммә сирҙәр һис кәмемәй, ауырыуҙар “йәшәрә”. Ҡайҙа бында логика? Моғайын, төп сәбәп хәҙерге заман тиҙлегендә, йәшәү рәүешендә, иҫкәртеү системаһының етерлек дәрәжәлә эште ойоштора алмауындалыр.
Насар ғәҙәттәр, һаулыҡ һаҡлау өлкәһендәге наҙанлыҡ, үҙ иҫәбеңә организмыңды алкоголь, тәмәке, консерваланған аҙыҡтар менән ағыулау – сирҙәрҙең үҫешендә төп сәбәптәр. Халыҡтың мәғлүмәтлеген арттырыу, йәмғиәт мәҙәнилеген, әхлаҡлығын күтәреү өҫтөндә эшләү мөһим. Түләүһеҙ физкультура секциялары гөрләп эшләп торһа, патологиялар барлыҡҡа килеүенә ышаныслы кәртә ҡуйылһа, эш сирҙәрҙе дауалауға барып тоташмаҫ ине. Ауырыуҙар йыш ҡына ниндәйҙер “мөғжизәле дарыу” булыуына ышанып, көтөп йәшәй, үҙенең йәшәү рәүешен үҙгәртеү, сәләмәтлегенә һаҡсыл мөнәсәбәт булдырыу хаҡында уйлап та ҡарамай.
Бөтә ауырыуҙарҙың сәбәбен дөйөмләштерһәк, теләһә ниндәй сирҙең дә организмдың эске мөхите бысраныуы һәм кире уйҙар эҙемтәһе булыуына инанаһың. Зарары тураһында уйлап та тормайынса, организмды органик булмаған тоҙҙар, натрий нитриты (колбаса һәм сырға өҫтәлә), натрий глутоматы, химик препараттар, шәкәр, тоҙ, крахмал менән туйындырабыҙ.
Өҫтәүенә самаһыҙ күп ашарға ғәҙәтләндек. Организм аҙыҡты эшкәртеүгә, матдәләрҙе тарҡатыу һәм ваҡлауға, һеңдереүгә, зарарһыҙландырыуға, артығын сығарыуға иҫ киткес ҙур тырышлыҡ һала. Туҡланыуҙан алынған энергияның 70 проценты аҙыҡ эшкәртеү процесын тәьмин итеүгә тотонола. Күреүегеҙсә, эштең файҙалы коэффициенты үтә түбән. Балансланмаған рацион һәм зарарлы матдәләр арҡаһында организм бушҡа күп көс түгә. Ваҡыт үтеү менән организмдың көсө кәмей, токсиндарҙан зарарһыҙландырыуға ҡеүәте етешмәй башлай, таҙартыу системаһы үҙ функцияһын үтәмәй, эске мөхит бысрана, матдәләр алмашыныу насарлана.
Организмдың эске мөхите таҙалығы ни тиклем мөһим булмаһын, кешенең хис-тойғоһо, үҙ-үҙен тотошо, уйҙарының аҡлығы, тормоштоң ҡәҙерен белеп, шатлыҡ һәм мөхәббәт менән йәшәү маһирлығы ла сәләмәтлекте билдәләүсе төп факторҙар булып тора. Кире уй-тойғоноң теге йәки был сирҙе ҡуҙғытып, аҙып китеүенә этәргес булыуы мөмкин. Тәрәнгә йәшеренгән ауыр хис-тойғолар, йәшәү мәғәнәһен аңламау, үпкә, асыу һаҡлау, бәхәс-низағтар кешенең физик тормошона емерткес һөжүм яһай. Үҙебеҙҙең фекерләүҙе һәм тойғоларҙы контролләү барышында беҙ сирҙең баш ҡалҡытыуын тотҡарлайбыҙ, уға аҙырға ирек бирмәйбеҙ. Шуға күрә һәр кем өсөн күңел тыныслығы, һәр тыуған яңы таңға һөйөнөү бик мөһим. Тойғолар һәм сирҙәр араһында ныҡлы бәйләнеш барлығын элек-электән белгәндәр.
Бер ваҡыт Гиппократтан: “Нимә ул сәләмәтлек?” тип һорағас, ул “тәнде ныҡ итеп йомшартыу” тип яуаплаған. Туҡланыу ҙа, физкультура ла, һыу ҡойоноу ҙа, медосмотр ҙа түгел, ә организмды йомшартыу! Тән һәм йән тыныслығы аңды көсәйтә, көсөргәнеш һәм ығы-зығыны кәметә. Организмдың бындай торошонда баш мейеһе эшмәкәрлеге нормалләшә, ағзалар араһындағы бәйләнеш яҡшыра, эске йәшертен көстәр хасил була. Тергеҙеү процестары хәрәкәткә килә. Һәр кемгә күңел тыныслығы, фекерҙәр сафлығы теләргә генә ҡала.