Сәләмәт булайыҡ
3 Ноября 2019, 06:28

Ниндәй анализ яман шеш барлығын күрһәтә?

Ошо ябай ғына анализдарҙы биреп тороп та, ғүмеребеҙҙе оҙайта алабыҙ.

Фото: ok.ruФото: ok.ru
Фото: ok.ru
Онкологик сирҙең бармы-юҡмы икәнен барлыҡ анализдарҙы тапшырып, тейешле тикшереүҙәр үткәс кенә белергә мөмкин. Шулай ҙа ҡайһы бер ябай ғына анализдар ҙа шикләнергә урын ҡалдыра. Әгәр уларҙы даими тапшырып торһағыҙ, яман шеш бармы икән тип баш ҡатырырға кәрәк булмаясаҡ.

Дөйөм ҡан анализы. Ул яман шешкә хас ҡайһы бер симптомдар тураһында һөйләй ала. Был шулай аңлатыла: метастаздар даими үҫеүе сәбәпле ҡан системаһы ҙур зыян күрә. Мәҫәлән, гемоглобин бик түбән икән, уйланырға урын бар. Тик шунда уҡ ҡурҡыныс диагноз ҡуйырға ашыҡмағыҙ, гемоглобин башҡа осраҡтарҙа ла түбәнәйергә мөмкин. Анемияның дөрөҫ туҡланмағанда һәм организмға тимер етмәгәндә лә күҙәтелеүе ихтимал бит.

Ҡандың биохимик анализы. Был тикшереүҙә бер нисә күрһәткес мөһим. Беренсенән, аҡһым һәм альбумин һанын ҡарарға кәрәк. Яман шеш аҡһымды күпләп “ашай”, шуға күрә ҡанда уның һаны кәмей. Ә бына ҡанда мочевина күп булһа, тимәк, бөйөр насар эшләй.
Яман шештең ҡайһы бер төрҙәрендә шәкәр кимәле лә үҙгәрә. Инсулин эшләп сығарыу кәмей һәм организм глюкоза артыуына реакция бирә.

Ҡандың иммунологик анализы. Тикшереүҙең был төрө яман шеште асыҡлағанда иң мөһиме тип иҫәпләнә. Ул метастаздар үҫеүен йәки дауаланғандағы прогресты күрһәтә ала. Анализ махсус “яман шеш” маркерҙарын күрһәтә, тик уларҙың булыуы ла 100 процент сирләйһегеҙ тигәнде аңлатмай әле. Ысынлап та онкология бар тип әйтер өсөн УЗИ, МРТ кеүек өҫтәмә тикшереүҙәр талап ителә.

Әйҙәгеҙ, үҙебеҙҙе ҡайғыртайыҡ. Яман шеште ни тиклем иртәрәк асыҡлайҙар, шул тиклем уны дауалау мөмкинлеге арта. Ошо ябай ғына анализдарҙы биреп тороп та, ғүмеребеҙҙе оҙайта алабыҙ.

Читайте нас