Аҙыҡ-түлек кеше организмына туранан-тура тәьҫир яһай. Күҙәнәктәр, туҡыма һәм ағзалар өсөн төҙөлөш материалы булып хеҙмәт итә аҙыҡ. Ул организм эшмәкәрлеген тәьмин итә, беҙгә энергия бирә, хатта кәйефкә йоғонто яһай, шуға күрә дөрөҫ туҡланыу – сәләмәт тормоштоң айырылғыһыҙ өлөшө.
Ябығырға, кәүҙә ауырлығынан ҡотолорға теләгән кешеләр дөрөҫ туҡланыу серҙәрен белергә тырыша. Статистиканан күренеүенсә, ир-аттың – 54, ҡатын-ҡыҙҙың 59 проценты һимеҙлектән яфалана. Уның сәбәбе йыш ҡына туҡланыу режимы боҙолоуға, юғары калориялы аҙыҡтар ҡулланыуға, аҙ хәрәкәтләнеүгә бәйле. Артыҡ һимеҙлектән эстетикаға, матурлыҡҡа зыян килеүҙән тыш, организмдың бөтә эшмәкәрлеге лә зарар күрә.
Ҡатмарлы булмаған бер нисә ҡағиҙәгә таянып та, һеҙ артыҡ килограмдарҙан ҡотола, үҙегеҙҙе дөрөҫ туҡланырға өйрәтә алаһығыҙ.
Дөрөҫ туҡланыуға яһаған тәүге аҙымда һеҙгә “буш” аҙыҡ-түлекте ҡулланыуҙан тыйылырға кәңәш итәбеҙ: шәкәр һәм шәрбәт аҙыҡтар; аҡ ондан бешерелгән ҡамыр аштары; колбаса, итле ярымфабрикаттар; фастфуд; шәрбәтле һуттар, лимонадтар; майонез, кетчуп, соустар.
Беренсенән, был аҙыҡтарҙың ҡиммәте түбән, файҙаһы ла юҡ тиерлек. Икенсенән, улар юғары калориялы, организмда майға тиҙ әүерелә. Өсөнсөнән, уларҙың күпселеге организмды туҡландырмай, шуға күрә асығыу тойғоһо уяныуы мөмкин. Рационығыҙҙан ошо аҙыҡтарҙы алһағыҙ, дөрөҫ туҡланыуға тәүге аҙымды яһанығыҙ тигән һүҙ.
Ябығыу осоронда алкоголле эсемлектәрҙән бөтөнләй баш тартырға кәңәш бирәбеҙ. Спиртлы эсемлектең бәләкәй генә дозаһы ла асығыу тойғоһон көсәйтә, файҙаһыҙ аш-һыуҙы күпләп ашарға мәжбүр итә. Өҫтәүенә ул һыуҙы организмда тота, кәүҙә ауырлығы арта, матдәләр алмашыныуы аҡрыная.
Дөрөҫ туҡланыуға өсөнсө аҙымда һыу режимын яйға һалыу мөһим. Һыу эсеү – ябығыу өсөн дә ҡулайлы ысул. Ул организмдағы бөтә биохимик процестарҙа, майҙы тарҡатыуҙа әүҙем ҡатнаша. Икенсенән, һыу аппетитты баҫа, артыҡ ашау теләген һүндерә. Көнөнә алты-һигеҙ стакан һыу эсергә тырышығыҙ. Тәүҙәрәк был һеҙҙең өсөн көс еткеһеҙ ғәмәл тойолһа ла, яйлап ул файҙалы ғәҙәткә әүерелер. Йоҡонан тороу менән бер стакан һыу эсегеҙ. Ашауҙан 20-30 минут алда тағы ла ҡабатлағыҙ. Ҡыҫҡаһы, һыу режимын теүәл үтәргә кәрәк.
Дүртенсе аҙым – иң ҡатмарлыһы, әммә иң мөһиме. Күптәр тап ошо мәлгә килеп еткәс, дөрөҫ туҡланыуҙан ваз кисергә мәжбүр. Төп талап – һәр өс сәғәт һайын аҙ-аҙлап ашау. Тимәк, ашау менән ашау араһында оҙайлы тәнәфес яһарға ярамай. Асығып организмды яфаламайһығыҙ, еңелсә өс тапҡыр ҡапҡылап алаһығыҙ.
“Сәғәт 6-нан һуң ашамайым” тигән ҡағиҙәне онотаһығыҙ, киске ашты ваҡытында ашайһығыҙ. Һирәк-һаяҡ ашау, рацион ярлылығы арҡаһында матдәләр алмашыныуы боҙола. Өҫтәүенә иртәнге, төшкө һәм киске аш туҡлыҡлы булырға тейеш. Өс сәғәт һайын ашау матдәләр алмашыныуын яҡшырта, ябығыу процесын тиҙләтә. Ошо ябай ҡағиҙәләрҙе үтәһәгеҙ, һеҙ үҙегеҙҙең диетала ултырғанығыҙҙы ла онотасаҡһығыҙ.
Бишенсе аҙым. Дөрөҫ туҡланыу тормошоғоҙҙоң мөһим өлөшөнә әүерелергә тейеш. Организм да һеҙҙең тырышлыҡҡа сәләмәтлек менән яуаплар. Бер көн дөрөҫ туҡланып, икенсе көн ҡул һелтәп ҡараһағыҙ, артыҡ килограмдар яңынан әйләнеп ҡайтасаҡ. Диеталар тейешле һөҙөмтә бирмәй, бары дөрөҫ туҡланыуҙы яйға һалыу, йәшәү рәүешен үҙгәртеү сәләмәтлек һәм ҡәнәғәтлек тойғоһон бүләк итәсәк.