Сәләмәт булайыҡ
9 Ноября 2019, 10:15

Ҡан баҫымың юғарымы?..

Иң яҡшыһы – сөгөлдөр. Унда һанап киткән микроэлементтарҙан тыш, фосфор, баҡыр, кремний, В витамины бар.

Ҡан баҫымы юғары булғандарға ҡабығы менән картуф ашарға кәрәк. Шулай уҡ составында калий, С витамины булған күҙәнәкле туҡымалы ризыҡтар ҡулланырға кәңәш ителә.

Иң яҡшыһы – сөгөлдөр. Унда һанап киткән микроэлементтарҙан тыш, фосфор, баҡыр, кремний, В витамины бар. Каптуф та калий менән магнийға бай. Уны ҡабығы менән бешереп ашарға кәрәк. Тоҙҙо әҙ генә һибергә тырышығыҙ.

Баҙам (миндаль) сәтләүеген даими ашаған кешенең холестерин балансы нормалләшә, ҡан тамырҙары һығылмалы була. Был сәтләүектә Е витамины, калий, магний, күҙәнәкле туҡымалар бар.

Шпинат менән брокколи нервы системаһын тынысландыра. Уларҙы көнөнә 200 грамм ашау етә. Брокколиҙа глютамин кислотаһы ҡан баҫымын төшөрөүгә булыша.

Сельдерей стресс гормоны бүленеп сығыуҙы кәметә. С витаминына бай булған әфлисун организмдан артыҡ натрийҙы сығара.
Читайте нас