Сәләмәт булайыҡ
14 Ноября 2019, 15:00

Шәкәр диабетынан яфаланмайһыңмы?

Кеше ябыға, хәле тиҙ бөтә, ауыҙы кибә. Бындай осраҡтарҙа анализ биреп, ҡандағы шәкәрҙең нормаһын тикшертергә кәрәк.

Бөгөн - Бөтә донъя шәкәр диабетына ҡаршы көрәш көнө.
Рәсәйҙең Һаулыҡ һаҡлау министрлығы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, илдә 4 миллиондан ашыу кеше шәкәр диабеты ауырыуы менән теркәлгән. Башҡортостанда ундай сирлеләр 100 меңдән ашып киткән. Был күрһәткес йыл һайын арта бара.
Шәкәрҙең ҡандағы нормаһы 3,3 - 5,5 ммоль/л булырға тейеш. Диабеттың 10-12 сәбәбе бар. Бала саҡтан вирус инфекциялары менән йыш ауырыу, ашҡаҙан аҫты биҙе елһенеү ошо сиргә килтерә. Шулай уҡ һимереү - диабетҡа беренсе аҙым. Дөрөҫ туҡланмау, ваҡытлы-ваҡытһыҙ ашау ҙа – сирҙең сәбәбе. Оҙаҡ ваҡыт күпләп татлы аҙыҡ менән туҡланғандарҙың ашҡаҙан аҫты биҙенә ауырлыҡ төшә. Кешеләргә хәрәкәт етешмәй. Насар ғәҙәттәр ҙә сиргә этәргес булып тора.
Шәкәр диабеты менән ауырый башлауҙың төп билдәләре: кеше ябыға, хәле тиҙ бөтә, ауыҙы кибә. Бындай осраҡтарҙа анализ биреп, ҡандағы шәкәрҙең нормаһын тикшертергә кәрәк.
Һаулығыбыҙға иғтибарлы булайыҡ!
Фото: ubnyandoma.ru
Читайте нас