Сәләмәт булайыҡ
15 Ноября 2019, 10:54

Ғалимдарҙың фекере үҙгәргән

Беҙ ғүмер буйы тәҙрә төптәрендә үҫкән гөлдәрҙең һауаны таҙартыуына, кислород булып сығарыуына ышанып йәшәнек. Хәҙер ғалимдар был фекерҙе кире ҡаға.

Беҙ ғүмер буйы тәҙрә төптәрендә үҫкән гөлдәрҙең һауаны таҙартыуына, кислород булып сығарыуына ышанып йәшәнек. Хәҙер ғалимдар был фекерҙе кире ҡаға. Сәскәләр бүлмәне йәмләй, матурлыҡтары менән күҙҙең яуын ала, әммә шуларҙан башҡа өҫтөнлөгө юҡ, тип бара АҠШ ғалимдары.


Улар бындай һығымтаға байтаҡ эксперимент яһағандан һуң килгән. Гөлдәр бары ябыҡ камераларҙа ғына һауалағы зарарлы матдәләрҙе “йотҡан”. Әммә ҙур күләмдәге һауа алмашынып торған йорт эсендә бының булыуы мөмкин түгел, ти белгестәр. Фатирҙағы һауаның составын үҙгәртеү өсөн ундағы бер квадрат метр майҙанға ундан бер меңгә яҡын үҫемлек булыуы шарт, тип иҫәпләй тикшеренеүселәр.
Читайте нас