Көндәр ҡыҫҡарҙы, ҡояш ҡыҙыулығын юғалтты, миҙгел менән миҙгел алмашына, бер йылыта, бер һыуыта... Был осорҙа кешенең организмы ла стресс кисерә, шул арҡала уны төрлө киҫкен респираторлы, вируслы сирҙәр һағалап ҡына тора. Унан да яманырағы - грипп эләктереү хәүефе лә ҙурая, сөнки улар - бер-береһе менән бәйле сирҙәр. Киҙеү мәлендә балаларҙы нисек һаҡларға, ауырыуҙарға ҡаршы тороу өсөн уларҙың организмын нисек сыныҡтырырға? Ошо йәһәттән балалар табибы Елена Кудрявцеваның кәңәштәренә ҡолаҡ һалайыҡ.
“Һәр ата-әсәгә билдәле хәҡиҡәт: тәү сиратта балаларҙың иммунитетын нығытырға кәрәк. Бының өсөн иң беренсе көн режимын дөрөҫ ойоштороп, уны теүәл үтәү мотлаҡ, быға бер ҡасан да еңел-елпе ҡарарға ярамай. Уҡыусы балаларҙың йоҡоһо һигеҙ сәғәттән кәм булмаҫҡа тейеш.
Икенсенән, туҡлыҡлы һәм дөрөҫ ашау, тәбиғи аҙыҡ ҡына ҡулланыу төрлө сиргә ҡаршы тороуҙа мөһим роль уйнай. Был осорҙа С, Д витаминдары, селен микроэлементына бай аҙыҡ-түлек ҡулланырға, менюға аҙнаһына бер-ике тапҡыр диңгеҙ балығы, ә тоҙланған кәбеҫтәне көн дә индерергә кәрәк. Көн һайын бер-ике сәғәт саф һауала йөрөүгә ваҡыт бүленергә тейеш, бигерәк тә ҡояшлы көндө файҙаланып ҡалырға тырышығыҙ. Өйҙә лә яҡтылыҡ булдырыу үҫеп килгән бала өсөн ҙур әһәмиәткә эйә.
Өсөнсөнән, гигиена талаптарын ентекле үтәүҙе талап итергә: йәмәғәт урындарында, транспортта йөрөп килгәс, ҡулдарҙы, танауҙы мотлаҡ һабын менән йыуырға, өйҙән ситтә булғанда салфеткаға һөртөп, уны мешокка һалып (вирустар таралмаһын өсөн) ташлап китергә өйрәтергә кәрәк. Бүлмәне көн дә еүеш сепрәк менән һөртөп, йыш елләтеп, дымландырып тороу яҡшы.
Артабан баланы бәләкәйҙән спортҡа ылыҡтырыу ҙа, бейеү, бүтән түңәрәктәргә йөрөтөү ҙә уның төрлө сирҙәргә ҡаршы тороусанлығын күтәрә. Шулай уҡ ваҡытында грипҡа ҡаршы вакцина эшләтеү мөһим талаптарҙың береһе булып тора. Ә инде ауырыған хәлдә, баланы йөрөтмәҫкә, күберәк һыу эсерергә, йыш-йыш тамағын сайҡаттырырға кәңәш ителә. Һәр сөскөрөүенән ҡурҡырға ярамай, ул организмдың һаҡланыу механизмын үтәй. Табип менән кәңәшләшмәйенсә, үҙ белдегегеҙ менән дауалай башлауҙың сирҙең аҙып китеүенә килтереүе ихтимал. Ауырыуҙы иҫкәртеү күпкә еңелерәк – шуны онотмағыҙ”.