Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булайыҡ
19 Ноябрь 2019, 12:10

“Үҙебеҙҙе һыуҙағы балыҡтай тоябыҙ”

Ҡатмарлы медицина өлкәһендә ҙур үҙгәрештәр барған осор. Яңы дауалау ысулдары, бығаса ҡулланылмаған технологиялар беҙҙе ғәжәпләндерә лә, һөйөндөрә лә. Айырыуса йәштәр яңылыҡтарҙы тиҙ үҙләштерә.

Ҡатмарлы медицина өлкәһендә ҙур үҙгәрештәр барған осор. Яңы дауалау ысулдары, бығаса ҡулланылмаған технологиялар беҙҙе ғәжәпләндерә лә, һөйөндөрә лә. Айырыуса йәштәр яңылыҡтарҙы тиҙ үҙләштерә.


Шундай белгестәрҙең береһе – Вадим Рәсхәт улы Имамразиев Баҡалы районы үҙәгендә стоматология клиникаһы асып ебәргән. Ғөмүмән, тәү ҡарашҡа был төбәктә теш табиптарына ихтыяж юҡ та һымаҡ, сөнки бер дәүләт медицина учреждениеһы, дүрт шәхси клиника баҡалыларҙы тулыһынса ҡәнәғәтләндергән төҫлө.
– Вадим Рәсхәт улы, яҡташта­ры­ғыҙҙы ниндәй хеҙмәттәр менән ҡыуан­дыраһығыҙ? Пациенттар яңы клиниканы үҙ иттеме һуң? – тип һораныҡ йәш етәксенән.
– Конкуренттар бөтә ерҙә бар, Өфөлә улар айырыуса күп, өҫтәүенә һәр береһе заманса алымдарҙы тиҙерәк үҙләштерергә, камиллашырға тырыша. Баш ҡалала эш башлап китеүе ауыр булыр тип, көсөбөҙҙө тыуған яҡта һынап ҡарарға уйланыҡ. Ҡатыным Лианаға ла эш булды. Ул – кардиолог.
– Тимәк, һеҙ баҡалыларҙы өр-яңы алымдар, алдынғы технология һәм ҡорамалдар менән шаҡ ҡатырмаҡ­сыһығыҙ инде?

– Әле клиникабыҙҙа өс кеше – табип, теш технигы һәм шәфҡәт туташы эшләй. Бинаның беренсе ҡатын ҡуртымға алып, стоматология клиникаһын астыҡ. Ҡорамалдар, материалдар алыуға ике миллион һумдан ашыу аҡса тотонолдо. Район хакимиәте 450 мең һум аҡса бүлеп, матди хәлде бер аҙ еңеләйтте, рәхмәт барыһына ла. Стоматология – күп сығым талап иткән өлкә. Бер бәләкәй генә теште ямау өсөн дә күпме материал, заманса ҡиммәтле ҡорамал кәрәк. Терапия, ортопедия, теш һурыу кеүек хеҙмәттәрҙән тыш, имплант ҡуйыу менән дә шөғөлләнәбеҙ. Бындай йүнәлеш әле Баҡалыла бөтөнләй юҡ, тимәк, әлегә ҡулланылмаған хеҙмәтте йәйелде­рергә, халыҡ араһында аңлатыу эше алып барырға тейешбеҙ. Тештәр тигеҙ, ынйылай теҙелеп үҫһен өсөн брекет системаһын ҡуйыу менән дә шөғөл­ләнәсәкбеҙ. Ғөмүмән, белгестәребеҙ үҙҙәрен һыуҙағы балыҡтай тоя, белемдәре лә, теләктәре лә етерлек.
– Пациенттарығыҙ бармы һуң, ниңә бөгөн салонда бер кем дә күренмәй?
– Әле төш мәле бит. Ҡабул итеүгә, ғәҙәттә, алдан яҙылалар. “Йүкә телефон” беҙҙә яҡшы эшләй, халыҡ бер-береһенә бөтә яңылыҡты хәбәр итеп кенә тора. Айырыуса яҡшы яңылыҡ тиҙ тарала.
– Өфөлә заманса стоматология хеҙмәттәренә түләү ярайһы юғары. Ундай ҡиммәтле хаҡтар менән пациенттарҙы өркөтмәйһегеҙме?
– Ауылда, әлбиттә, баш ҡала клиникаларындағы кеүек күтәренке тариф менән эш итеү мөмкин түгел. Бында сама һәм теүәл иҫәп кәрәк. Алдыбыҙҙа теш техникаһы лабора­торияһын булдырыу бурысы тора, эштә ҡулланыу өсөн төрлө материалдарға заказ бирергә кәрәк. Әйтеүемсә, стоматология йүнәлеше – күп сығым талап иткән, әммә һәр кемдең һаулығы өсөн, үтә мөһим хеҙмәттәр күрһәткән өлкә. Табыш менән эшләү өсөн, алтын ҡуллы кадрҙарҙан тыш, хеҙмәттәрҙең күп төрлөлөгө, эш сифаты юғарылығы мөһим, – ти Вадим Рәсхәт улы.


Баҡалы районы.
Читайте нас