Сәләмәт булайыҡ
19 Ноября 2019, 06:50

Өс аҙыҡтан бер ваҡытта ла баш тартма

Туҡланыу рационынан түбәндәге өс аҙыҡты алып ташларға ярамай. Был ризыҡтар файҙалы булыу менән бергә, ябығыу процесының еңелерәк тә, тәмлерәк тә барыуына булышлыҡ итәсәк.

Ябығырға теләп йә булмаһа дөйөм сәләмәтлеген нығытыу өсөн төрлө диетала ултырыусылар һаны артҡандан-арта. Бына шундайҙарға (диета тотмағандарға ла), табиптар фекеренсә, туҡланыу рационынан түбәндәге өс аҙыҡты алып ташларға ярамай.
Беренсеһе – шоколад. Тик уның сифатлыһын, бер ниндәй химияһыҙ һәм шәкәрһеҙен һайлап алырға кәрәк. Унда шәкәр урынына әҙерәк тәм биреүсе матдәләр генә ҡушыла. Әлбиттә, күп ашарға ярамай – ике-өс киҫәк.
Икенсе мөһим аҙыҡ – сәтләүек. Диета тотоусылар унан майлы, калорияһы күп тип баш тарта. Был ысынлап шулай, тик уны ла күп ашарға тимәгән – 20-30 грамдан артмаҫҡа тейеш. Сәтләүек ашағанда организмда серотонин – бәхет гормоны бүленеп сыға. Ул кәйефте күтәреп кенә ҡалмай, асығыу тойғоһон баҫа, аппетитты кәметә.
Өсөнсөһө – картуф. Һүҙ ҙә юҡ, унда углевод күп, һәр хәлдә макарондыҡынан, һоро дөгөнөкөнән әҙерәк. Әлбиттә, һүҙ ҡыҙҙырылған йә иҙелгән бәрәңге тураһында бармай, ә мундирлап мейестә бешерелгәне тураһында. Ул үҙе үк – диетик аҙыҡ.
Организм өсөн мөһим булған ошо аҙыҡтарҙы рационға индерһәгеҙ, тамаҡ та туҡ, күңел дә көр булыр, кәүҙәгеҙгә лә зыяны теймәҫ.
Фото: vk.com
Читайте нас