Баймаҡ районында “Етәксе менән саф һауала” акцияһы дауам итә. Йәштәр комитеты ойошторған сарала был юлы Баймаҡ ҡала дауаханаһының баш табибы Әлиә Әҙиәтова ҡатнашты. Шулай уҡ уның урынбаҫарҙары Илдар Бәхтиәров, Айрат Ишбирҙин, табип-педиатр Гүзәл Хәсәнова ла йәйәүлеләрҙең һорауҙарына яуап биреү өсөн урамға сыҡты.
Район хакимиәтенең йәштәр эштәре буйынса комитеты етәксеһе Заһит Ғүмәров белдереүенсә, акция ноябрь айында старт алған, унда район хакимиәте башлығы Фәнис Әминев һәм уның социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Гөлшат Сирғәлина ҡатнашҡан.
Йәштәр менән берлектә үткән сарала йәйәүләп үҙ-ара аралашҡан саҡта төрлө һорауҙарға яуап алына, юлда осраған һәр кеше үҙен борсоған мәсьәләне күтәрә. Икенсенән, йәйәү атлау - үҙе үк һаулыҡтың төп билдәһе, шуға күрә бындай сара сәләмәт тормошто пропагандалауға, спорт менән дуҫ булырға ла өндәй.
Фото: Эльмира Кейекҡужина