Зарарлы өҫтәмәләрҙе белеп ҡуй.
Хәҙерге заман эшҡыуарҙары үҙҙәре етештергән аҙыҡ-түлеккә төрлө өҫтәмәләр ҡушырға әүәҫләнде. Ә ҡулланыусыларҙың ярлыҡтарҙы уҡып торорға ла, хатта ашарға яраҡһыҙлыҡ срогын тикшерергә лә ваҡыты юҡ. Дөрөҫөрәге, былай эшләргә ғәҙәтләнмәгәнбеҙ.
Йыл һайын аллергия, ашҡаҙан, эсәк, гепатит, дисбактериоз һәм башҡа бик күп сирҙәргә дусар булғандар һаны арта. Бында аҙыҡ-түлектәге “Е” хәрефе артына йәшеренгән өҫтәмә матдәләрҙең роле лә ҙур.
Ни өсөн аҙыҡҡа өҫтәмәләр “Е” хәрефенән башлана? “Е” индексы “Европа” тигәнде аңлата. Бынан ярты быуат самаһы элек аҙыҡҡа өҫтәмәләрҙе маркировкалауҙың Европа системаһы булдырылды. Маркировкалағы һандар аныҡ матдәне билдәләй. Аҙыҡҡа ҡушылған өҫтәмәләрҙең функцияһы – аҙыҡ-түлектең төҫөн, тәмен, еҫен яҡшыртыу, уның сифатын юғалтмай оҙағыраҡ һаҡлау.
Аҙыҡҡа өҫтәлгән матдәләр исемлеге бик оҙон, уларҙың бөтәһен дә иҫтә ҡалдырыу мөмкин дә түгел. Иң төп төркөмдәрҙе генә ҡарайыҡ.
l Е1 – аҙыҡтың төҫөн арттырған буяуҙар. Ҡулланыуҙа тыйылғандары – Е121, Е123, Е128.
l Е2 – аҙыҡтың оҙаҡ һаҡланыуын тәьмин иткән консерванттар. Улар микроорганизмдарҙың баш ҡалҡытыуына ирек бирмәй, үңәҙҙе, бәшмәксәләрҙе булдырмай. Ҡулланыуҙа тыйылғандарынан Е240 формальдегидын һәм Е220 көкөрт диоксидын билдәләргә мөмкин.
l Е3 – әсеү процесына ҡаршы торған матдәләр.
l Е4 – аҙыҡтың ҡуйылығын йәки шыйыҡлығын һаҡлаған стабилизаторҙар.
l Е5 – аҙыҡтың структураһын һаҡлаған эмульгаторҙар. Беҙгә иң билдәле булғаны – лецитин. Бер шоколад та унһыҙ етештерелмәй.
l Е6 – тәмде һәм еҫте көсәйткән өҫтәмәләр. Беҙ был өҫтәмәләргә шул тиклем өйрәнгәнбеҙ, хатта уларһыҙ аҙыҡтың тәме юҡ кеүек тойола. Быныһы инде – маркетингтың отошло хәйләһе, ҡулланыусы тап ошо ризыҡҡа өҫтөнлөк бирһен өсөн эшләнә.
l Е7 – башҡа өҫтәмәләр, мәҫәлән, антибиотиктар. Һүҙ ҙә юҡ, уларҙың ниндәй файҙаһы булһын!
Әммә бөтәһе лә насар, зыянлы тип тә уйларға ярамай. Мәҫәлән, тәбиғи куркумин Е100, паприка Е160, хлорофилл Е140 өҫтәмәләренең барыһы ла файҙаға ғына. Аскорбин һәм лимон кислоталарының да үҙ индексы бар, уларҙан башҡа ризыҡтарҙы күҙ алдына ла килтереүе ауыр. Ә пектиндар (Е140) донъяла иң яҡшы сорбенттарҙан һанала, улар ярҙамында организмдан ағыулы матдәләр, насар “Е”лар “һепереп” сығарыла.
Һуңғы осорҙа һөйләшебеҙгә яңы терминдар килеп инде: “сыр продукты”, “һөтлө продукт”, “кефир продукты”. Тәме ҡәҙимге сыр, һөт аҙыҡтары тәмен хәтерләтһә лә, ни өсөн хаҡтары арзан? Былары – яһалма аҙыҡтар, йәғни “эрзац ризыҡтар”. Иң арзанлы үҫемлек майҙарынан (пальма йәки кокос) етештерелгән, мөмкин булған тәм, төҫ һәм еҫте үҙгәрткән, көсәйткән матдәләр ҡушылған аҙыҡтар улар. Бында бер ниндәй ҙә алдашыу юҡ – аҙыҡтың ҡабында бәләкәй генә хәрефтәр менән барыһы ла дөрөҫ күрһәтелгән. Тик уны кем уҡыһын?
Барыһы ла үҙебеҙҙән, һаулығыбыҙ өсөн яуаплы булыуыбыҙҙан тора, шуға күрә магазин кәштәләренән аҙыҡ һайлағанда ҡабындағы яҙыуҙы ла иғтибар менән уҡығыҙ: составы, яраҡлылыҡ срогы, һаҡлау шарттары... Ошо ябай ғына ҡағиҙәләрҙе үтәү ҙә сәләмәтлегегеҙҙе һаҡларға ярҙам итер.