Сәләмәт булайыҡ
25 Ноября 2019, 18:25

“Йомро” башлы япондар иҫте китерә ...

Яңы ысулдың теүәллеге - 99 процент!

Иҫең китер был япондарға! Бер тамсы ҡан тамсыһы буйынса улар яман шеш сиренең ун өс төрөн асыҡлау ысулын уйлап тапҡан.
Toshiba компанияһы белгестәре онкология сирҙәрен диагностикалауҙың өр-яңы әмәлен эшләгән. Бер ҡан тамсыһы буйынса сирҙе билдәләү ысулының теүәллеге - 99 процент! Ғәжәп хәл! Тесты үткәреү үтә ябай – ике сәғәт эсендә бер тамсы ҡанды эшкәрткәндән һуң сирҙең ун өс төрөн билдәләп була, шул иҫәптән ашҡаҙан, эсәклек шештәрен. Ауырыуҙың башланғысында уҡ тест сирҙе “эләктереү” һәләтенә эйә. Компанияның үҙендә ике-өс йылдан, төрлө клиник һынауҙарҙы үткәндән һуң, яңы ысул бөтә ерҙә лә киң тараласаҡ һәм тиҙ үҙләштереләсәк, тиҙәр. Тимәк, яман шеште асыҡлау статистикаһы һиҙелерлек яҡшырасаҡ һәм үлем осраҡтарын кәметеүгә булышасаҡ.
Фото:Dni24.com
,
Читайте нас