Сәләмәт булайыҡ
27 Ноября 2019, 07:09

Әүҙем ялды һайлағыҙ

Яңы технологиялар алға киткән, фән, мәҙәниәт һәм ғилем үҫешкән бөгөнгө көндә үҙ маҡсаттарыңа өлгәшергә, лайыҡлы йәшәргә һәм эшләргә барлыҡ мөмкинлектәр ҙә етерлек. Ә инде кеше үҙенең һәм балаларының һаулығын һаҡлап ҡала алһа, тормош тағы ла матурыраҡ һәм бәхетлерәк буласаҡ.

Яңы технологиялар алға киткән, фән, мәҙәниәт һәм ғилем үҫешкән бөгөнгө көндә үҙ маҡсаттарыңа өлгәшергә, лайыҡлы йәшәргә һәм эшләргә барлыҡ мөмкинлектәр ҙә етерлек. Ә инде кеше үҙенең һәм балаларының һаулығын һаҡлап ҡала алһа, тормош тағы ла матурыраҡ һәм бәхетлерәк буласаҡ.


Баланы сәләмәт итеп тәр­биә­ләп үҫтереүҙә туризм менән шөғөлләнеүҙең дә әһәмиәте ҙур. Учалы ҡалаһының Туризм, экскурсиялар һәм тыуған яҡты өйрәнеү үҙәге 30 йыллыҡ хеҙмәт дәүерендә балалар өсөн мауыҡ­тырғыс өҫтәмә белем биреү ойошмаһы булып танылды. Туризм менән шөғөлләнеү йүнәлеше тыуған яҡты өйрәнеү, тикшеренеү эштәре, мәмерйәләрҙе өйрәнеү, ҡаяға менеү, геология йүнәлеш­тәре менән берлектә алып барыла. Уҡыусылар тыуған яғыбыҙҙың һәм республикабыҙҙың тарихын, мәҙәниәтен, хужалығын өйрәнә, тәбиғәт үҙенсәлектәре менән яҡындан таныша.
Тәбиғәт ҡомартҡыларына, ҡа­ҙылма байлыҡ ятҡылыҡтарына сәйәхәттәргә йөрөү, мәмерйәләргә инеү, ҡаяларға менеү, тәбиғәт шарттарында йәшәү кеүек талаптар мөһим. Турист бәйгеләрендә һәм төрлө конкурстарҙа ҡатна­шып, балалар белемен арттыра, оҫталығын туплай. Яҡшы күрһәт­кестәргә лайыҡ еңеүсе балалар һәм командалар алдында тағы ла ҙурыраҡ мөмкинлектәр асыла – улар республика ярыштарында һәм конкурстарында һынау тота.
Гүзәл тәбиғәт ҡосағында булыу, төрлө яңы ерҙәр күреү бала күңелендә ыңғай, шатлыҡлы хистәр уятып, көндәлек уҡыу менән бәйле булған мәшәҡәттәрен оноттора, саф һауа һулау, йәйәү йөрөү иһә йәш организмды сыныҡ­тыра, уның эшмәкәрлеген нығыта, тиҙ арыусанлығын кәметә.
Тәбиғәт шарттарында бер нисә көн йәшәү төрлө ҡыйынлыҡтарҙы еңеп сығырға, тиҫтерҙәре менән аралашырға, бер-береһенә ярҙам итергә, ғөмүмән, йәш шәхестең холоҡ-фиғеле дөрөҫ форма­ла­шыу­ға булышлыҡ итә. Ә бит күп балалар, буш ваҡыттарын әрәм итеп, ҡала урамдарын гиҙә, насар ғәҙәттәрҙе үҙләштерә.
Ялдың ошо әүҙем төрө бала­ның аң даирәһенең киңәйе­үенә булышлыҡ итә, уның күңе­лендә сит илдәр, яңы ерҙәр күреү һымаҡ хыялдар, яңы маҡсаттар уята.
Бәләкәй саҡтан тыуған еренең матурлығын күреп-белеп, берҙәм коллективта тәрбиәләнеп, тиҫтер­ҙәре менән аралашып, физик яҡтан сынығып үҫкән баланың киләсәге лә өмөтлө буласаҡ.


Учалы районы.
Читайте нас