Сәләмәт булайыҡ
29 Ноябрь 2019, 20:10

“Барыһы ла башлана ғына әле!”

Республика етәксеһе “Мать и дитя” компаниялары төркөмөнөң генераль директоры Марк Курцерҙы Салауат Юлаев ордены менән наградланы.

Рәсәй һаулыҡ һаҡлау министры Вероника Скворцова һәм Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Өфөләге “Мать и дитя” клиникаһының ун йыллығына арналған тантаналы йыйылышта ҡатнашты.
Вероника Скворцова шәхси клиниканың етәксеһе, билдәле профессор, академик Марк Курцерға һаулыҡ һаҡлауҙың берҙәм системаһында лайыҡлы урын алыуы, граждандарға түләүһеҙ медицина ярҙамы күрһәтеү буйынса дәүләт гарантиялары программаһын тормошҡа ашырыуҙа торған һайын нығыраҡ ҡатнашҡаны өсөн рәхмәт белдерҙе.
"Клиниканың эшләү барышында бында 5,5 мең сабый донъяға килде. Һеҙ беҙҙең кескәй граждандарыбыҙ өсөн яҡшы шарттар тыуҙырҙығыҙ, - тине Радий Хәбиров. - Марк Аркадьевич бына тигән доктор ғына түгел, ул 600 кеше эшләгән ҙур медицина коллективы етәксеһе лә. Ысын күңелдән һеҙҙе тәүге ун йыллығығыҙ менән ҡотлайым. Барыһы ла башлана ғына әле!"
Республика етәксеһе “Мать и дитя” компаниялары төркөмөнөң генераль директоры Марк Курцерҙы Салауат Юлаев ордены менән наградланы. Акушер-гинекологтар - ярҙамсы репродуктив технологиялар бүлексәһе мөдире Айгөл Низаева һәм оператив гинекология бүлексәһе мөдире Синара Тайчинова “Башҡортостандың атҡаҙанған табибы” исеменә лайыҡ булды.
Фотолар Башҡортостан Башлығы сайтынан.
Читайте нас