Сәләмәт булайыҡ
30 Ноября 2019, 13:55

Инсулин ҡаҙамағас, үҫмер үлгән...

Ата-әсәһе был эште контролгә алырға тейеш булған да бит...

Шәкәр ауырыуы менән шаярырға ярамағанлығы тураһында табиптар йыш иҫкәртә. Әммә уларҙың кәңәштәренә ҡолаҡ һалмағандар ҙа табылып тора.
Һөҙөмтәлә йыш ҡына инҡар итеүҙәр фажиғәле тамамлана... Мәҫәлән, Нефтекама ҡалаһында үҙенә инсулин ҡаҙауҙан баш тартҡан ҡыҙ вафат булған. Уға шәкәр диабеты дигнозы 13 йәшендә үк ҡуйылған. Һәм ҡыҙ үҙенә даими рәүештә инсулин ҡаҙап торған. Әммә, табиптар әйтеүенсә, үҫмер һуңғы арала һаулығына битараф ҡарай башлап, кәрәкле препараттан бер нисә көн баш тартҡан. Шуның эҙемтәһендә дауаханаға эләккән. Ҡыҙ һигеҙ көн реанимацияла ятҡан.

Аҙаҡ уны дөйөм палатаға күсерәләр, әммә хәле насар була. Ә бер көн йоҡоһонан бөтөнләй уянмай...

Шәкәр диабеты - бик мәкерле ауырыу. Ата-әсә балаһының инсулин ҡаҙаймы-юҡмы икәнен контролгә алырға тейеш ине лә бит. Бәлки, шулай иткәндә, үҫмер ҡыҙ иҫән-һау ҡалыр ине. Һаулығыбыҙ һәр кемдең үҙ ҡулында икәнлеген онотмаһаҡ ине.
Читайте нас