Республиканың СПИД-ты һәм йоғошло ауырыуҙарҙы иҫкәртеү, уларға ҡаршы көрәш үҙәге мәғлүмәттәре буйынса, Башҡортостанда быйылғы туғыҙ айҙа ВИЧ-инфекцияһы менән ауырыуҙың 2047 осрағы теркәлгән (былтырғы менән сағыштырғанда 456 осраҡҡа кәмерәк). Шуларҙың 1268-е – ир-ат, 779-ы – ҡатын-ҡыҙ. Ауырыуҙарҙың 43 процентын 31-40 йәшлек кешеләр тәшкил итә.
Үҙәктән хәбәр итеүҙәренсә, вирус 83,3 процент осраҡта енси юл менән күскән, 15,8 проценты - наркотиктар ҡулланғанда инфекцияланған инструменттар аша. Ауырлы әсәнән сабыйға күсеү осраҡтары ла бар: 0,9 процент.
Табиптар хәүефле сирҙең йәшәреүен, төрлө социаль ҡатламдарҙа киңерәк тарала барыуын да билдәләй. Элегерәк СПИД наркомандарға хас сир булһа, бөгөн уны яҡшы эше, ғаиләһе булған кешеләр ҙә йоҡтора. Табиптар фекеренсә, сирҙең таралыуы әхлаҡи сәбәптәргә лә бәйле. Иҫкәртеү сараларын көсәйтеү мөһим, ти улар.