Христиандарҙың дини ҡанундары тупланған Тәүратта әйтелеүенсә, кешелектең тәүге бабаһы Әҙәм (ғ.с.) 930 йыл йәшәгән. Әҙәм балаһы кешенең боҙоҡ һәм гонаһлы булыуына асыуланған Алла уға тик 120 йыл ғүмер ҡалдырып, ҡалғанын тартып ала. Борон замандарҙа, әкиәттәрҙә яҙылғанса, оҙаҡ, бәхетле ғүмер кисереп, бик күп балалар үҫтергән әбей менән бабай, 120-шәр йыл йәшәгәс, донъя ҡуйыр булған. Ошо ифрат ҙур һанды табиптар ҙа инҡар итмәй. Оҙон ғүмерле булыу бәхете һәр кемгә лә тейеүе мөмкин, тип фаразлай улар. Ә бөгөн нисек?
Кешенең мөмкинлектәре сикһеҙ
Интернетты асып ҡараһаң, тыуған еребеҙ Башҡортостанда ирҙәр – уртаса 65,3, ҡатындар 76,8 йыл йәшәй. Бер нисә йыл элек алынған мәғлүмәт буйынса, иң оҙаҡ йәшәгән замандашыбыҙ Баймаҡ районының Аҡморон ауылында көн итә – Фатима Аҡҡужина 110 йәште үткән.
Шуны ла иғтибарға алырға кәрәк, уртаса ғүмер оҙонлоғо кеше йәшәйешенең сифатын күрһәтмәй – айырыуса хәҙерге шарттарҙа. Рәсәйҙәге оло быуын вәкилдәренең күбеһенең күҙе насар күрә, умыртҡа һөйәгендә, хәрәкәт итеү ағзаларында тайпылыштар бар, ҡолаҡтары насар ишетә, хәтере насар, тештәре төшөп бөткән була. Быларға эске ауырыуҙарҙы өҫтәһәң, хәл шәптән түгел. Ә бит дүрт аяҡлы дуҫтарыбыҙ – хайуандар ауырымайынса ҡартая. Улар үлемде белмәй, ожмахҡа ынтылмай, тамуҡтан ҡурҡмай, гонаһ ҡылмай. Бер нисә сәғәтлек ғүмерендә серәкәй ҙә шулай уҡ тыуа, үҫә, үрсей һәм үлә.
Ата-бабаларыбыҙ Ер-әсәгә һаҡсыл булған
Ерҙәге эволюция миллионлаған йылдар дауамында үҫемлектәрҙе, хайуандарҙы, кешеләрҙе биоритмдарға буйһондороп, эске биологик ваҡыт менән йәшәргә өйрәткән. Боронғо мөхит кеше йоғонтоһонан бысранмаған, ер, һыу, һауа ауыр йәрәхәттәр алмаған була. Тәбиғәт балаһы – кеше Ер-әсәгә бик һаҡсыл мөнәсәбәттә була.
Тик “мин – ерҙең хужаһы” тигән фекер һуңғы 200 йылда тәбиғәткә (тышҡы мөхиткә) айырыуса һаҡһыҙ мөнәсәбәтте күрһәтә. Ер-әсә лә, һаҡланып, кешелеккә яуап итеп, төрлө катаклизмдар менән яуап бирә. Ошо арҡала еңеп булмаҫтай бихисап ауырыуҙар барлыҡҡа килде. Заман медицинаһының да, дарыуҙарҙың да был сирҙәрҙе еңерлек көсө юҡ икәне асыҡланды.
Заман ауырыуҙары ҡайҙан барлыҡҡа килә?
Ғаилә медицинаһы белгесе Сергей Чудаков иҫбатлауынса, ауырыуҙың, кеше организмының көс-ғәйрәте түбәнәйеүенең иң төп сәбәпсеһе – организмды ксенобиотиктарҙың (грек һүҙе “ксенос” – ят), кеше өсөн ят матдәләрҙең ағыулауы тора.
Улар беҙгә ошо юлдар аша килеп эләгә:
1. Ауыл хужалығында ҡый үләндәре һәм ҡоротҡостарға ҡаршы пестицидтар (ағыулы химикаттар) ҡулланыу. Ризыҡ менән ҡанға иген культуралары, малдар үҙләштергән нитраттар (азотлы тоҙҙар) эләгә, улар гемоглобинды бәйләү сәбәпле, күҙәнәктәргә кислород етешмәй.
2. Һуңғы 50-60 йыл эсендә үтә ныҡ ҡулланылған ризыҡ ҡушымталарын химик ысул (синтетик ысул) менән етештереп, аҙыҡҡа төҫ, тәм, еҫ биреү, оҙаҡ һаҡлау өсөн ҡулланыу ҙа йоғонто яһай. Ҡушымталағы зарарлы матдәләр ашҡаҙандың файҙалы бактерияларын һәләк итә, ҡанға һеңеп, күҙәнәктәр эшмәкәрлеген емерә. Мәҫәлән, сифатлы колбасаның төҫө ҡыҙыл түгел, һоро булырға тейеш.
3. Синтетик ысул менән яһалған биҙәнеү-буяныу әйберҙәре. Ундағы зарарлы ҡушымталар тире күҙәнәктәрен ҡыйрата, ҡан тамырҙарына үтеп инеп, уны боҙа.
4. Синтетик дауалау препараттары. Зәңгәр экрандарҙа көн-төн маҡталған дарыуҙар ифрат күбәйҙе, мөйөш һайын дарыуханалар, ә китап кибеттәре табиптарҙың файҙалы кәңәштәрен туплаған баҫмалар менән тулған. Тиҙ ышаныусан кеше, айырыуса өлкәндәр дарыуҙарҙы күпләп ҡуллана. Сергей Чудаков әйтеүенсә: “Дарыу кешене һауыҡтырмай. Ул ауырыу хәлендәге ғүмерҙе генә оҙайта”.
5. Сәнәғәт, завод-фабрикалар эшмәкәрлегенең ергә, һыуға, һауаға сығарған зарарлы ҡалдыҡтары.
6. Транспорт сығарған зарарлы ҡалдыҡтар.
Кәйеф тә һаулыҡҡа йоғонто яһай
Кеше ғүмерен ҡыҫҡартҡан сәбәптәрҙе белеп, уларҙың тәьҫирен кәметергә тейешбеҙ. Шул уҡ осраҡта ғүмерҙе оҙайтҡан ысулдарҙы ла ныҡлап өйрәнеү, даими ҡулланыу кәрәк. Әгәр атай-әсәй биргән гендар ғүмер оҙонлоғоноң 70 проценты өсөн яуаплы икән, ҡалғаны – үҙебеҙҙең ҡулда, аҡылда һәм ихтыярҙа.
Билдәле немец биологы Клаус Обербайль үҙенең “Дауалаусы витаминдар“ тигән китабында: “Кеше организмы уртаса 70 триллион күҙәнәктән тора”, – тип яҙа, ә бер күҙәнәктең эшмәкәрлеге 100 мең кеше йәшәгән ҡаланы хәтерләтә. Күҙәнәк бүленергә, туҡланырға, дауаланырға, үҙ-үҙен һаҡларға һәм башҡа бихисап эш атҡарырға бурыслы. Бының өсөн туҡлыҡлы матдәләр – аҡһым, май, углевод, витаминдар, микроэлементтар организм тарафынан даими һәм етешле миҡдарҙа үҙләштерелергә тейеш. Айырыуса витаминдар һәм микроэлементтар. Матдәләр алмашыныуҙа иң мөһим урынды улар биләй. Ә “һомо сапиенстың” (человек разумный) яҡынса 100 миллиард күҙәнәктән (нейрондан) торған мейеһе уның биологик һаулығын ғына түгел, ә социаль кәйефен дә заманға ярашлы тоторға бурыслы.
Көньяҡ Уралдың аҫаба халҡы – башҡорттар меңдәрсә йыл дәүерендә ошо изге атайсалдарында эволюция үҫеше кисергән, тәбиғи шарттарға яраҡлашҡан. Шуға беҙҙең өсөн һаулыҡты һаҡлау, бәхетле һәм оҙаҡ йәшәүҙең бик тә отошло юлы бар – ул да булһа башҡортлоҡто өйрәнеү, ҡулланыу һәм һаҡлау.
Тыуған ауылым Илкәнәйҙә 30 йылдан ашыу ат ҡараусы булып эшләгән атайым 97 йәшендә, дауаханала бер генә көн дә ятмайынса, иртәнге намаҙҙан һуң сырхаулап, шул уҡ көндә икенде менән аҡшам араһында был донъянан китте. Атайҙың оҙон ғүмеренең төп сәбәптәренең береһе – ат яратыуы, эшсәнлеге, икенсеһе – уның ихлас диндарлығы. Ауылда мәсет юҡлыҡтан, 80 йәшендә, йәйәү 17 саҡрым ара үтеп, Мәләүез мәсетенә йома намаҙына йөрөнө. Бөгөн беҙҙең ауылда ат тотҡан бер генә кеше лә юҡ, ә өй һайын бер-ике еңел автомобиль бар. Ауыл һайын тиерлек бына тигән мәсеттәр, ә намаҙға йөрөүсе, ураҙа тотоусы юҡ хәлендә.
Ҡурайҙың дауаһы баһалап бөткөһөҙ
Йыһаз менән тулған ауыл, ҡала йорттарында зәңгәр экрандарҙан көн-төн, ысын мәғәнәһендә, зиһенде емергес йырҙар, мәғлүмәт ағыла. Ошо афәттән еңел генә ҡотолоу юлы бар. Ул – башҡорттоң милли ҡоралы ҡурай.
Мин бер нисә йыл инде үҙем һайлап алған ҡурай моңо тулҡыны аҫтында иртән физик күнекмә эшләйем. 70 триллион күҙәнәктең һәр береһе илаһи ауаздарҙың шифаһын ала, күнекмәнең тәьҫире бермә-бер арта. Иң мөһиме – өйҙөң ҡеүәт яланы (биоэнергетика) таҙара. Шул уҡ ҡурай моңо, тик талғынырағы, бала саҡҡа әйҙәүсеһе, аҡ төштәр килтергән төнгө йоҡоға оҙата.
Талҡандың файҙаһын күрегеҙ
Зарарлы матдәләр иртән үк ҡанға үтеп, емергес эштәрен башламаһын өсөн, бер ябай, әммә ифрат файҙалы ризыҡты күп йылдар иртәнге аш итеп ҡулланам. Ул да булһа башҡорттоң боронғо ризығы – талҡан. Уның менән бергә бер йомортҡа, ҡырғыс аша үткәрелгән кишер, сөгөлдөр, һарымһаҡ, бер аш ҡалағы көнбағыш майы, тәм өсөн саҡ ҡына бал ашайым. Ошо ябай, еңел үҙләштерелгән ризыҡ туҡлыҡлы матдәләргә ифрат бай:
1. талҡанда – бойҙай, һоло, арыш, арпа, ҡарабойҙай үҫентеләренән әҙерләнгән ризыҡта B1, B3, B5, B6, биотин, холин, инозитол һымаҡ витаминдар, микроэлементтарҙан магний, фосфор, тимер, цинк бар. Өҫтәүенә үҫентенең бик көслө һәм файҙалы ҡеүәт яланы талҡан ярмаһында һаҡлана;
2. йомортҡа – витаминдар B5, D, E, K, микроэлементтар – тимер, фосфор, баҡыр, селен;
3. сөгөлдөр витаминдарға һәм микроэлементтарға бик бай, тик унда ашҡаҙан эшкәртмәгән балласт матдәләр күп, шуға оҙаҡ бешергәндән һуң ҡулланыла;
4. кишер – күҙҙең һаулығы өсөн ифрат файҙалы A витамины күп, бешереп ҡулланырға;
5. көнбағыш майы – организм өсөн емергес ирекле радикалдарҙы юҡ иткән антиоксидант E витамины бик күп;
6. һарымһаҡ – унда селен микроэлементы бар, ә ул – күҙәнәк ядроһының һаҡсыһы.
Ифрат күп сығым талап иткән ҡиммәтле дарыуҙар, супермаркеттарҙа айлап ятҡан затлы, әммә боҙоҡ ризыҡ, микробтар, вирустар ҡымжып торған фитнес залдар урынына быуаттар һынауын үткән башҡортлоҡ ҡына физик һәм рухи һаулыҡты йәлләмәйенсә бирәсәгенә шик булыуы мөмкин түгел. Башҡортлоҡтоң асылы, әлбиттә, күп тармаҡлы – кейем-һалым, милли аш-һыу, бейеү, йыр-моң, тәбиғәтте иң яҡын, ҡурсалаусы дуҫың күреү, үҙеңде сабыр һәм ғорур тотоу, кеше хаҡын изге һанау, дини йолаларҙы ихлас атҡарыу, заман ҡаҙаныштарын оҫта файҙаланыу һәм башҡалар.
Һаулыҡ өсөн көрәште һәр кем үҙенән башларға тейеш. Ошо осраҡта кеше ғүмере, башҡорттоң ғүмере, һис шикһеҙ, оҙон буласаҡ.