Сәләмәт булайыҡ
6 Декабрь 2019, 10:41

Кәйефебеҙҙе үҙебеҙ күтәрәйек

Кешенең кәйефен күтәргән, бәхетле иткән гормон да бар икән. Серотонин тураһында ишеткәнегеҙ бармы? Әгәр ҙә ул организмда кәмеһә, беҙ үҙебеҙҙә хәлһеҙлек, талсығыу тоясаҡбыҙ, депрессия һағалаясаҡ, күңел төшөнкөлөгө яфалаясаҡ.

Кешенең кәйефен күтәргән, бәхетле иткән гормон да бар икән. Серотонин тураһында ишеткәнегеҙ бармы? Әгәр ҙә ул организмда кәмеһә, беҙ үҙебеҙҙә хәлһеҙлек, талсығыу тоясаҡбыҙ, депрессия һағалаясаҡ, күңел төшөнкөлөгө яфалаясаҡ.


Серотонин кәйефте күтәрергә, ауыртыныуҙы баҫырға, йоҡо сифатын яҡшыртырға һәләтле. Был гормондың кимәлен ҡайһы бер аҙыҡ-түлек төрҙәре ярҙамында ла күтәреү мөмкин. Ниндәй ғәжәп ризыҡтар улар?
Ябай һәм ҡатмарлы углеводтар. Серотонин кимәлен күтәреү өсөн ябай углеводтар тупланған аҙыҡтар ҡул­ланыуҙан тыйылырға кәрәк (мәҫәлән, аҡ икмәктә, дөгөлә, макаронда һәм кәнфит, торт кеүек эшкәртелгән шәкәр ҡулланылған продукттарҙа ябай углеводтар күп). Был ризыҡтар тиҙ үҙләштерелә һәм ҡан кимәлен арттыра. Ә ҡатмарлы углеводтар яй үҙләштерелә (борсаҡ, картуф, яҫмыҡта һәм башҡа аҙыҡтарҙа).
Файҙалы майҙар. Омега-3 майы серотонин кимәлен күтәрергә һәләтле. Балыҡ майы, үҫемлек орлоҡтары, сәт­ләүектәр ашарға тәҡдим итә белгестәр.
Кофеинлы аҙыҡтар. Составында кофеин булған ризыҡ һәм эсемлектәрҙе ҡулланыу сәләмәтлек файҙаһына түгел, ти табиптар, сөнки уларҙа шәкәр күп, организм уны бик тиҙ эшкәртә һәм энергия кимәле кинәт төшә. Әгәр ҙә энергетик эсемлектәрҙән баш тарта алмайһығыҙ икән, ашағандан һуң эсергә тәҡдим итәбеҙ.
Ҡара төҫтәге шоколад. Был продукт серотонин кимәлен арттырыуҙа ныҡ файҙалы. Быға какаоның күп миҡдарҙа булыуы сәбәпсе.
Читайте нас