Йоҡо артерияһындағы шеште алыу операцияһы ҡатмарлы ғәмәлдәрҙән һанала. Яңыраҡ Ҡытайҙан килгән белгестәр Өфө клиникаларының береһендә яман шешкә операция яһаны. Уның барышын Рәсәй хирургтары һәм Башҡорт дәүләт медицина университеты студенттары күҙәтте.
Табиптар өс телдә һөйләшеп аңлашҡан. Медицина терминдары, ҡул хәрәкәттәре, ым-ишара ярҙам иткән.
60 йәшлек икенсе төркөм инвалидына, шәкәр диабеты менән сирле иргә, каротидлы хемодектома тигән етди диагноз ҡуйылған. Был – йоҡо артерияһында яман шеш тигән һүҙ. Хирургтарҙың әйтеүенсә, бындай операциялар – үтә ауыр, ҡатмарлыларҙың береһе. Ауырыуҙың шеш ҙурлығы биш сантиметрға еткән була. Ул артерияны баҫып, баш мейеһенә кислород барыуын тотҡарлай. Төп артерияны уратып алып, ҡан тамырҙарына күсеүе эште ҡатмарлаштыра. Хирургтар пациенттың йоҡо артерияһын алып, етешмәгән ерен янбаштағы тамыр менән алмаштыра.
Рәсәйҙә бындай операциялар һирәк яһала, ә Ҡытайҙа – көн һайын. Шуға күрә ҡытайҙарҙың Рәсәй коллегалары өсөн оҫталыҡ дәрестәре үткәреүе файҙаға ғына.
Тап ошондай хеҙмәттәшлек, тәжрибә уртаҡлашыу донъя медицинаһын алға этәрә лә инде, яңы проекттар тыуа, проблемалар хәл ителә.