Ата-әсәләрҙән йыш ҡына ошо һүҙҙәрҙе ишеткән бар: “Балам ҡараңғыла ҡалырға ҡурҡа. Төндә йүгереп килеп минең карауатҡа ята. Әллә ҡурҡыныс төш күргәнгәме?”
Ҡараңғынан ҡурҡыу – балаларға хас фобияларҙың береһе. Әгәр ҙә ул һеҙгә ҡурҡыуын белдерһә, ҡул һелтәп ҡарамағыҙ. Йоҡларға һалғас, утты һүндермәгеҙ, тоноҡ ҡына янған электр яҡтыртҡысы эргәһендә булһын. Китап уҡығыҙ, бер үҙен ҡараңғыла ҡалдырмағыҙ. Ҡурҡыу сәбәбен ғаиләнән эҙләгеҙ, уға юҡҡа-барға ҡысҡырыуҙан, әрләүҙән тыйылығыҙ, өйҙә тыныс мөхит булһын. Үҙе теләмәгән кешеләргә балағыҙҙы ҡалдырып торорға ғәҙәтләнмәгеҙ.
Ғәҙәттә, ҡараңғынан 2-5 йәшлек балалар ҡурҡа. Был йәштә уларҙың фантазияһы, уйлап сығарыу ҡеүәһе ныҡ үҫешкән була, хатта әйберҙәрҙең күләгәһе лә уларҙы ҡурҡытыуы ихтимал.
Стресс кисергән һигеҙ йәшлек баланың да ҡурҡыу тойғоһона бирелеүе мөмкин. “Һин ҙур бит инде ҡурҡырға” тип әрләргә, киҫәтергә ашыҡмағыҙ, күберәк һөйләшергә, аралашырға тырышырға кәрәк.
Балаға “ҡалай ҡурҡаҡ икәнһең” тигән ярлыҡ таҡмағыҙ, уның үҙ-үҙенә йомолоуы, эс сере менән башҡаса уртаҡлашмауы бар. Проблема шул көйөнә үҙгәрешһеҙ ҡаласаҡ, хатта хәлдең киҫкенләшеп, манияға әүерелеүе мөмкин. Үҙегеҙҙең миҫалығыҙҙа төн ҡараңғылығынан ҡурҡырға ярамағанлығын, бала саҡта үҙегеҙҙең был хисте нисек еңеүегеҙ тураһында һөйләгеҙ. Улығыҙҙы йә ҡыҙығыҙҙы үҙегеҙҙең эргәгеҙҙә йоҡлатыу яҡшы ғәмәл түгеллеген аңлайһығыҙҙыр. Киреһенсә, уны карауатына һалғас, янында бер аҙ ултырып, әкиәт һөйләп тынысландырһағыҙ, яҡшыраҡ булыр.
Сабыйҙы гел генә әпәүләп үҫтереү уға киләсәктә үҙаллы булырға ҡамасаулаясаҡ. Бындай хәстәрлеккә өйрәнгән бала ихтыярһыҙ булып үҫәсәк, бер нәмәне лә үҙаллы хәл итмәйәсәк, тик һеҙҙең яҡлауға өмөт итәсәк.
Ябай ғына уйындар ҙа (мәҫәлән, йәшенмәк уйыны) балала ҡурҡыу, икеләнеү тойғоһон еңергә ярҙам итеүе мөмкин. Ҡараңғы мөйөштә, шкаф эсендә йәшеренеп, үҙен оҙаҡ “тапмаған”, яҡындары алдында үҙен “еңеүсе”, “батыр” итеп тойған балаларҙың кисерештәре барыбыҙға ла яҡын. Сабыйығыҙға йылылыҡ, һөйөү, хәстәрлек бүләк итегеҙ. Уларҙың һеҙгә төймәләй генә күренгән проблемаларына етди иғтибар бирегеҙ, хис-тойғоларын уртаҡлашығыҙ. Шул саҡта барыһы ла яйлап хәл ителер.