Стаканығыҙ яртылаш бушмы, әллә яртылаш тулымы? Аңлағанһығыҙҙыр, һеҙҙең кем булыуығыҙ тураһында бара һүҙ. Ниндәй иҫәпкә индерергә? Тормоштан йәм табып, һәр ваҡ-төйәккә һөйөнөп йәшәй торған кешеме, йә булмаһа, рухы төшөнкө, донъянан төңөлгән әҙәм затынанмы һеҙ? Эйе, һүҙ оптимистар һәм пессимистар тураһында.
Сер түгел, беҙҙең зырлап әйләнеп торған шау-шыулы заманда оптимистарға еңелерәк тура килә. Шуныһы ла мәғлүм, тормошҡа ҡарашыбыҙ әйләнә-тирәләге хәл-ваҡиғалар менән бәйләнмәгән, барыһы ла мөнәсәбәтебеҙҙән тора.
Беҙгә тормоштан йәм табып йәшәргә нимә ҡамасаулай? Һеҙҙе оптимист булыуҙан яҙлыҡтырған биш төрлө уй-фекер менән таныштырабыҙ.
1. Үҙебеҙ ҡуйған маҡсатҡа өлгәшһәк, бәхетле буласаҡбыҙ.
Нимәнелер һатып алып ҡына, ниндәйҙер маҡсатҡа ирешеп йәки үҙгәреш кисереп кенә, үҙеңде бәхетлемен тип иҫәпләп булмайҙыр. Тап ошо үҙгәрештәр барышында бәхет сатҡылары сағыуыраҡ була. Маҡсатыңа өлгәшеү менән һин тағы ла яңы үҙгәрештәргә һыуһағаныңды тояһың. Был хәлдең иге-сиге юҡ, сөнки кеше тәбиғәте шулай ҡоролған. Беҙ бит ҡәнәғәтләнеү тойғоһон үҙгәреш процесынан алабыҙ (мәҫәлән, эштәге карьера үҫешенән). Сабыйҙарыбыҙҙың нисек үҫкәнен күреүҙән, тәүге аҙымдарын яһауҙан шатлыҡ тойғоһо кисерәбеҙ. Улар буй еткереп, башлы-күҙле булғас, һөйөнөстәребеҙ тағы арта, әммә йыш ҡына балаларыбыҙҙың үҫеү, өлкәнәйеү осорон юҡһынып хәтерләйбеҙ.
Тормошоғоҙҙағы иң сағыу өс ваҡиғаны иҫегеҙгә төшөрөп ҡарағыҙ. Хәҙер ул аныҡ хәлдәргә әйләнеп ҡайтһағыҙ, шул осорҙағы кеүек шатланыр инегеҙме? Үҙегеҙҙең ниндәй бәхетле булғанығыҙҙы, бәлки, онотҡанһығыҙҙыр ҙа. Үҙгәрештәргә һәр саҡ асыҡ, әҙер булһағыҙ, бәхет тойғоһо һеҙҙе ташламаҫ.
2. Күҙ алдында көн дә бер үк күренеш.
Күптәребеҙ өсөн тормош – көндәлек мәшәҡәттәр менән тулы ғәҙәти көндәр һәм айҙар. Был насар ҙа, яҡшы ла түгел, ә ысынбарлыҡ. Һәүетемсә тормош ағышына күнеккәнбеҙ, тик кире хәл-ваҡиғалар йыйыла-йыйыла, беҙҙең теңкәгә нығыраҡ тейә, сөнки баш мейеһе эшмәкәрлеге шулай көйләнгән, бер үк күренеште көн дә эшкәртә торғас, ул ҡуҙғытыусы матдәләр етештерә башлай, кешелә ҡәнәғәтһеҙлек тойғоһо көсәйә.
Тимәк, һеҙгә лә күҙ алдындағы “һүрәтте” алыштырырға кәрәк, өр-яңы тойғолар тыуһын, тормош сифаты яҡшырһын өсөн. Баш мейеһенә күберәк мәғлүмәт биреү донъяны киңерәк танырға, үҫешергә ярҙам итә. Тормошоғоҙҙан йәм тапмай башлаһағыҙ, “һүрәтте” мотлаҡ алмаштырырға (музей, театр, концерт, күргәҙмә залдарына юл тотоғоҙ, китап уҡығыҙ һәм башҡалар) тырышығыҙ.
3. Йоҡо туймай, дөрөҫ туҡланмайбыҙ.
Даими арыу, дөрөҫ туҡланмау – үҙеңде насар тойоуҙың билдәһе. Йоҡоһоҙлоҡ һәм диеталар нервы системаһына хәүеф менән янай. Бындай хәлдә ниндәй ыңғай уйҙың булыуы мөмкин.
Ошоға бәйле бер ҡыҙыҡлы миҫал. Тикшеренеүҙән күренеүенсә, иртәнге яҡта судта апелляцияны ҡараған судьялар эштәрҙең ни бары 20 проценты буйынса ыңғай ҡарар сығара. Төштән һуң был һан ҡырҡа үҙгәрә – 60 процентҡа етә. Туҡланыуҙың уй-фекергә нисек йоғонто яһауын күрһәткән сағыу миҫал түгелме ни был?
Әгәр ҙә һеҙ әйләнә-тирәгеҙҙә бары насарлыҡ ҡына күрәһегеҙ икән, үҙегеҙҙең нимә, нисек ашауығыҙға иғтибар итегеҙ. Бәлки, һеҙгә диета тураһында уйламаҫҡа кәрәктер? Рационды сәләмәтләндереү яғына үҙгәртеп ҡарағыҙ.
Көн дә йоҡоһо туймаған кешенең телмәрендә күберәк негатив булыуы ғәжәп түгел. Һәйбәт туҡланған һәм йоҡоһо туйған кеше һәр ваҡыт эргәһендә яңы мөмкинлектәр күрә, уның баш мейеһе күберәк мәғлүмәтте “йоторға” һәм эшкәртергә һәләтле.
4. Насарлыҡта... бары насарлыҡ күрәбеҙ.
Тормоштағы иң насар, кире хәлдән дә сығыу юлы бар. Ваҡыт үтеү менән был ваҡиғаларға бөтөнләй башҡа күҙлектән ҡарау мөмкин. Ҡайһы саҡта күңелһеҙ хәлде анализлау өсөн ваҡыт һәм аңлау талап ителә. Негатив фекерләү – кешенең булмышына ҡаршы килгән ғәмәл, сөнки баш мейеһе башҡаса эшләй, ул һығылмалы ла, хәрәкәтсән дә.
5. Бөтә ғәйепте стресҡа япһарабыҙ.
Һүҙ ҙә юҡ, нервы көсөргәнешлеге һәм стресс тормоштағы ауырлыҡтарҙы тағы ла тәрәнәйтә төшә, әммә уның яҡшы яҡтары тураһында иҫкә лә төшөрмәйбеҙ. Стресс кисергәндә кешенең хәтере үткерләнеп китә, тыныс ваҡытта уйлап та ҡарамаған ҡарарҙар ҡабул итеүгә һәләт асыла. Психологтар әйтеүенсә, стрестың физик һәм аҡыл сәләмәтлегенә тәьҫир итеүсе яҡшы яҡтарын файҙалана ла белергә кәрәк. Стресс – организмдың бөтә ресурстары тупланыуы тигән һүҙ. Хеҙмәттә янып эшләгән һәр кем стресс кисерә. Әммә ундай хеҙмәткәрҙе нисек “бәхетһеҙ” тип иҫәпләргә мөмкин?