Гериатрия – XXI быуат медицинаһының тиҙ үҫешкән йүнәлештәренең береһе. Был бөтә донъя илдәренә лә хас көнүҙәк проблемаға бәйле: Ер йөҙөндәге халыҡ йылдан-йыл ҡартая бара. Ғәҙәттә, оло кешенең тормош багажы менән бергә, хроник сирҙәре лә күпләп йыйыла, шуға ла төрлө йүнәлешле табиптар проблема менән осрашҡас, пациентҡа нисек ярҙам итергә икәнлекте белергә тейеш.
Оло кешеләге үҙгәрештәрҙе барлағанда, тәү сиратта кире үҙенсәлектәр билдәләнә, уларға таянып, уның психологик портреты күҙ алдына баҫа: үҙ-үҙен түбән баһалау, пессимизм, яңғыҙлыҡтан, кеше көнлө булыуҙан ҡурҡыу, ҡыҙып барыусанлыҡ, яңылыҡтарға битарафлыҡ, сирҙәренә ҙур иғтибар биреү. Үҙен эшкә яраҡһыҙ, йәмғиәткә кәрәкһеҙ итеп тойоу хәлде тағы ла киҫкенләштерә.
...Ғөмүмән, кеше ғүмеренең аптырарлыҡ күренеше шунда: күптәрҙең “психологик үлеме” физик ҡартайыуҙан күпкә иртәрәк башлана. Шул уҡ ваҡытта әүҙем, ижади ҡартлыҡ барлығын бер кем дә инҡар итә алмай.
Таныштарығыҙ араһында ла йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнашҡан, һәр сараның уртаһында ҡайнаған, йәштәрҙе тәрбиәләүгә үҙ өлөшөн индергән шәп пенсионерҙар бар, шулай бит?
Ғөмүмән, социологик тикшеренеүҙәр күрһәтеүенсә (хатта йырҙа ла “ҡартаямы һуң ул йөрәк” тип йырлана бит), бәғзе кешеләр олоғайырға ашыҡмай, 60 – 65 йәштәрҙә генә үҙен “өлкәнәйҙем” тип иҫәпләй башлай. Әммә организмдың ҡартайыуын туҡтатып та, ҡартлыҡтан ҡотолоп та булмай, тик йәшәү рәүешен үҙгәрткәндә генә уны кисектерергә мөмкин, тип иҫәпләй белгестәр. Туҡланыу рационын яйға һалыу, сәләмәт тормош алып барыу, ыңғай кисерештәр бүләк иткән шөғөл табыу, йәмәғәтселек тормошонда ҡатнашыу, аралашыу оло кеше организмына ыңғай тәьҫир итеүен һәм төрлө сирҙәр барлыҡҡа килеү хәүефен кәметә.
Белгестәр билдәләүенсә, ҡартайыу процестарына ниндәйҙер кимәлдә идара итергә була. Эйе, тулы ҡанлы тормошта йәшәү өсөн оло йәштәгеләргә психологик һәм физик яҡтан үҙ өҫтөндә бик күп эшләргә кәрәк. Бәғзеләре ниндәйҙер һәләттәрен үҫтереүе ихтимал, ҡайһыларының яңы яҡтары асылыуы ла бар.
Шулай ҙа ҡарттарға беҙҙән тәү сиратта ихтирам һәм иғтибар кәрәк. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ошо иң кәрәкле ике ғәмәлдең дефициты һәр ерҙә асыҡ һиҙелә. Үҙ йортонан сыға алмаған, хәстәргә мохтаж оло пенсионерҙар ғаилә ағзаларының иңенә психологик, физик, матди йөк булып ята. Ә һаулыҡ һаҡлау учреждениеларындағы ололар тағы ла ҡатмарлыраҡ хәлдә: улар медицина ярҙамынан тыш, үҙҙәренә ҡарата персоналдан айырым иғтибар, психологик ярҙам һәм тормоштарында ҡатнашыу талап итергә тырыша. Шул уҡ ваҡытта, Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы мәғлүмәттәре буйынса, ай һайын һәр унынсы оло кеше насар мөғәмәләгә дусар була.
Ҡыҫҡаһы, Ер йөҙөндә оло йәштәгеләр һаны артҡан һайын, уларға бәйле проблемалар ҙа күбәйәсәк, уларҙы хәл итеүҙең төрлө юлдары эҙләнәсәк. Мәҫәлән, күптән түгел Өфөлә оло йәштәге кешеләрҙең көнкүреше сифатын яҡшыртыу һәм системалы хәстәрләү мәсьәләләрен тикшерҙеләр.
“Гериатрия – киләсәккә инвестиция” фәнни-ғәмәли конференцияһы “Демография” милли проекты сиктәрендә үтте. Унда Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығының штаттан тыш баш гериатры Ольга Ткачева, төбәк ведомстволары вәкилдәре ҡатнашты.
– Гериатрия ярҙамы Рәсәйҙә әүҙем үҫешә, махсус кабинеттар, дауаханала бүлектәр асыла. Иң мөһиме, гериатрҙар үҙ эшен беренсел звено табиптары, участка терапевтары менән көйләй, сөнки пациенттарҙың күбеһе – оло йәштәге кешеләр. Йәш өлкәнәйгән һайын кешенең һаулыҡ менән проблемалары ла арта. Гериатрияның төп маҡсаты – сирҙәрҙән азат әүҙем осорҙо оҙонайтыу, – тине үҙ сығышында Ольга Ткачева.
Башҡортостанда бер миллионға яҡын кеше эшкә яраҡлы йәштән өлкәнерәк, һуңғы осорҙа уларҙың һаны 23 087 кешегә артҡан. 60 йәштән өлкәнерәктәр һаны 25 930 кешегә күбәйгән һәм республика халҡының 20 процентын тәшкил итә.
Әлеге ваҡытта республиканың 41 медицина учреждениеһы гериатрия ярҙамын күрһәтә, 40 гериатрия кабинеты эшләй. Республика клиник һуғыш ветерандары госпитале нигеҙендә Республика гериатрия үҙәге ойошторолған. Ошо йүнәлешле койка-урындарҙың һаны 175-кә еткән.
Фәнни-ғәмәли конференцияла ҡатнашыусылар оло йәштәге кешеләрҙең тормош сифатын яҡшыртыу һәм системалы хәстәрләү мәсьәләләрен тикшерҙе, уларҙы оҙайлы ҡарау, йәрәхәтләнеүҙәрҙе иҫкәртеү, кадрҙар әҙерләү проблемалары ла ҡаралды.
...Үҙегеҙ ҙә яҡындарығыҙ миҫалында иғтибар иткәнегеҙ барҙыр: ҡартая барған һайын, кешенең күңеле нескәрә, бала төҫлө, тиҙ генә хис-тойғоға бирелә башлай, юҡ-барға үпкәләүе ихтимал. Бының сәбәбе бер: ололар иғтибар, ҡәҙер, ыңғай мөғәмәлә көтә, шуға күрә яҡындарығыҙҙы йылы һүҙҙән мәхрүм итмәгеҙ, донъя мәшәҡәттәренә ҡарамай, көн һайын, бер нисә минут табып, телефондан булһа ла һөйләшеп алырға, байрамдар менән ҡотларға, хәл белергә онотмағыҙ.