Һеҙҙең иғтибарға Рәсәй геронтологтары эшләгән тесты тәҡдим итәбеҙ. Ул ҡартлыҡ астенияһы синдромын, йәғни организмдың ҡартайыуын асыҡлауға йүнәлтелгән.
Һуңғы алты айҙа һеҙ биш килограмға йә унан да күберәккә ябыҡтығыҙмы?
Күреү һәм ишетеү һәләте түбәнәйеү сәбәпле, көндәлек тормошта сикләүҙәр тояһығыҙмы?
Быйыл йығылыуға бәйле йәрәхәтләнеүҙәр булдымы?
Һуңғы аҙналарҙа үҙегеҙҙе кәйефһеҙ, күңелһеҙ тояһығыҙмы? Төшөнкөлөк кисерәһегеҙме?
Хәтергә, аңлауға, йүнәлеште билдәләүгә, ғәмәлдәрҙе планлаштырыуға бәйле проблемаларығыҙ бармы?
Бәүел тотмауҙан яфаланаһығыҙмы?
Йорт эсендә йә урамда хәрәкәт итеүҙә ҡыйынлыҡтар бармы (100 метрға тиклем араны үтеү, баҫҡыстан күтәрелеү)?
Әгәр ҙә өс йә унан күберәк һорауға яуаптар ыңғай булған осраҡта, һеҙгә табип-гериатрға күренергә кәрәк.