Белгестәр билдәләүенсә, һанлы, телеидара ярҙамында эшләгән заманса ҡорамал рентген үткәреү өсөн тәғәйенләнгән. Ул рентген һүрәттәрен алыҫ аранан ебәрә ала, һүрәттәрҙе электрон форматта һаҡлай. Был, әлбиттә, рентгенологтарҙың һәм башҡа табиптарҙың эшен күпкә еңеләйтә. Комплекс торакаль, абдоминаль, гинекология һәм колопроктология йүнәлешле яман шешкә дусар пациенттарҙың ашҡаҙан-эсәк юлын һәм йөрәк-ҡан тамырҙарын комплекслы тикшереүҙең мотлаҡ программаһына индерелгән.