Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булайыҡ
18 Декабрь 2019, 11:30

Тромбтан һаҡ булығыҙ...

Тромб барлыҡҡа килеүҙе ваҡытында белеп, медицина ярҙамы алыу мөһим. Бының өсөн уның беренсе билдәләрен таныу кәрәк.


Тромб - ҡан артыҡ ҡуйы һәм тығыҙ булғанда ойошкан төйөр. Уның кеше сәләмәтлеге һәм ғүмере өсөн ҡурҡыныс тыуҙырған осраҡтары бик йыш була. Самолетта, машинала йәки автобуста сәйәхәт иткәндә, ҡайһы бер дарыуҙар ҡулланғанда, күп ваҡытты ултырып үткәргәндә ҡурҡыныс арта. Тромб барлыҡҡа килеүҙе ваҡытында белеп, медицина ярҙамы алыу мөһим. Бының өсөн уның беренсе билдәләрен таныу кәрәк.

Аяҡтарҙы көҙән йыйырыу. Ауырыуҙарҙың күбеһе өйәнәк алдынан аяҡтарын көҙән йыйырыуын әйтә. Бындай билдә күҙәтелгәндә, һис шикһеҙ табипҡа мөрәжәғәт итергә кәрәк. Тромбты иғтибарһыҙ ҡалдырһаң, һөҙөмтәһе аяныслы булыуы мөмкин.

Аяҡ-ҡулдарҙың сәнсеүе. Ҡул йәки аяҡтарға йөҙләгән энә ҡаҙалған кеүек буламы? Әгәр бындай билдәне үҙегеҙҙә йыш һиҙәһегеҙ икән, бигерәк тә бары тик бер ҡулда йәки аяҡта ғына сәнсеү булһа, кисекмәҫтән табипҡа мөрәжәғәт итергә кәрәк. Сөнки аяҡ-ҡулдарҙың ойоуы - тромбтың иң киң таралған билдәһе.

Тиренең төҫһөҙләнеүе, ағарыуы. Тромб ҡандың нормаль әйләнешен ауырлаштыра. Шул сәбәпле тиренең ҡайһы бер урындары тоноҡлана, ағара. Әгәр бер аяғығыҙҙың (йәки уның бер өлөшө) икенсеһенә ҡарағанда ағыраҡ икәнен күрһәгеҙ, табипҡа мөрәжәғәт итегеҙ. Был етди билдә булырға мөмкин.

Тиренең температураһы үҙгәреү. Тағы бер киң таралған билдә - тире өҫтөнөң температураһы үҙгәреү. Ҡан әйләнеше боҙолоу арҡаһында тромб барлыҡҡа килгән урында тире һалҡыныраҡ йәки йылы була.
Арҡа ауыртыуы. Оса һөйәге өлөшөндә һәм ҡорһаҡтағы венала ойошҡан ҡан барлыҡҡа килә икән, арҡаны ауырттырырға мөмкин.

Артыҡ күп тир бүленеп сығыу. Әгәр ул тромбтың алда яҙылған билдәләре менән бергә күҙәтелә икән, борсолор урын бар. Йөрәк йәки үпкә өлөшөндә тромб барлыҡҡа килгәндә артыҡ тир бүленеп сыға.
Тиҙ итеп атламағанда ла тын бөтөү - үпкәләрҙә барлыҡҡа килгән тромб билдәһе. Үҙебеҙгә иғтибарлы булайыҡ, табипҡа күренергә ҡурҡмайыҡ!
Читайте нас