Баҡалы районы үҙәк дауаханаһы йәш кадрҙар менән тулыланыуын дауам итә. Баш табип Рөстәм Гәрәевтең әйтеүенсә, хәҙер белгестәрҙән футбол, волейбол командаһын төҙөү бер ни тормай, йәштәр ял көндәрен дә бергәләп үткәрергә күнеккән.
Район халҡына сифатлы стоматология ярҙамы күрһәтеү өсөн күптән түгел яңы стоматологик ҡорамалдар алынды. Башҡортостан дәүләт медицина университетын тамамлап Баҡалы үҙәк дауаханаһына эшкә ҡайтҡан йәш белгес Айҙар Вәлиев тап ошо ҡорамалдарҙа халыҡты дауалаясаҡ. Хеҙмәттәштәре уға ҙур ышаныс белдереп, уңышлы хеҙмәт юлы теләй. Социаль селтәрҙә лә баҡалылар Айҙарҙың дуҫ коллективта ылығып китеүенә, ошо ерҙә ерегеренә иҫәп тота.