Табиптарҙың әйтеүенсә, ҡыштың ғәҙәттәгенән артыҡ йылы килеүе сәләмәтлек өсөн бик насар. Температура аномалияһы һәр кемгә тәьҫир итә, айырыуса тәбиғәттәге үҙгәрештәрҙе ауыр кисереүсе кешеләргә.
Бронхиаль астма, тын алыу юлдары, йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәренән яфаланғандарға йылы ҡыштың зарары күп. Мәҫәлән, атмосфера баҫымының түбәнәйеүенә гипотониктар үтә һиҙгер. Уларҙың башы йыш ауырта, һауа етешмәгәндәй тойола. Аллергияға дусар кешеләргә лә еңел түгел, ҡанда лейкоциттар кимәле кәмей, йоғошло сирҙәргә юлығыу ихтималлығы арта. Дымлылыҡ һалҡын тейеүгә килтерә, организмда матдәләр алмашыныуы үҙгәрә, биоритм боҙола. Кеше насар йоҡлай, һөҙөмтәлә невроздар башлана, арыу-талсығыу көсәйә.