Был эсемлектең файҙаһын күргән кешеләр уны мөғжизәгә тиңләй, һәр ауырыуҙы аяғына баҫтыра ала тиҙәр. Ә ышаныу, хис-тойғоно ыңғай яҡҡа көйләү айырыуса сирләгән саҡта бик мөһим.
Шифалы эсемлекте әҙерләү өсөн өс кенә ингредиент кәрәк: һарымһаҡ, бал, алма һеркәһе. Был өсәүҙең ҡушылмаһы – күп ауырыуға ҡаршы зәһәр дауа. Астма, артрит, гипертония, түлһеҙлек, импотенция, иртәрәк ҡуллана башлағанда хатта яман шеште лә еңеүе бар. Был төнәтмә организмдың иммунитетын ныҡ күтәрә, “насар” холестеринды кәметә – шуның менән дә дауалау тәьҫире көслө. Һау кешеләр сирҙәрҙе иҫкәртеү маҡсатында ла ҡуллана ала, сөнки был ҡушылмаларҙың, белеп ҡулланғанда, организмға зыяны ла юҡ, ти белгестәр.
Беҙгә бер сынаяҡ алма һеркәһе, бер сынаяҡ яңы бал, ун теш һарымһаҡ кәрәк.
Әҙерләү: таҙартылған бөтөн һарымһаҡтарҙы бал, уксус менән бутап, банкаға һалып, тығыҙ итеп ябып ҡуябыҙ. Уны мотлаҡ һыуытҡыста һаҡларға кәрәк.
Нисек ҡулланырға? Ашарҙан 15 минут алда ас тамаҡҡа ике аш ҡалағы эсергә. Аҙағынан һыу йә үлән сәйе йотоп ҡуйырға мөмкин.
Ыңғай һөҙөмтә биш көндән үк беленәсәк. Хәл инә, баш ауыртыуы бөтә, аш яҡшы үҙләштерелә, дөйөм организм нығына. Аҙ ҡанлылыҡ, йоҡоһоҙлоҡтан интеккәндәргә лә был эсемлек файҙалы.
Алдан табип менән кәңәшләшергә онотмағыҙ.