Сәләмәт булайыҡ
24 Декабря 2019, 06:00

Мандарин ашамағыҙ!

Урамға ни өсөн ас сығырға ярамай?

Урамға туҡ килеш сығырға кәрәк, ризыҡ тәндә йылыны һаҡларға булыша. Шул уҡ ваҡытта ул ҡайнар булмаһын. Әгәр ҙә ҡайнар аш ашап сыҡһағыҙ, температура кинәт төшә һәм йөрәккә, ҡан тамырҙарына көсөргәнешлек килә. Шуға ла ҡайнар булмаған туҡлыҡлы ризыҡ ашағыҙ.

Рационығыҙға майлы ризыҡ индерегеҙ. Улар, аҡһым менән углеводҡа ҡарағанда, энергияны ике тапҡырға күберәк бирә. Майлы ризыҡ тигәндә, һыйыр майы, майлы балыҡ һәм ит күҙҙә тотола. Йомортҡа ашау ҙа дөрөҫ. Бер стакан йылы һөт эсһәгеҙ ҙә була.

Ә бына урамға сығыр алдынан бал ашарға ярамай. Ул организмды йылытыу үҙенсәлегенә эйә. Йылынған организм урамдағы һыуыҡҡа әҙер булмайынса, шунда уҡ һалҡын тейҙереүегеҙ бар. Иҫерткес эсемлектәр ҙә йылытмай. Ҡан тамырҙары ҡыҫылып, киреһенсә, тиҙерәк туңасаҡһығыҙ ғына. Бал кеүек үк, борос, имбир, дәрсен дә организмды йылыта. Иммунитетты нығытыу өсөн С витамины бик кәрәк. Әммә урамға сыҡҡанда уларҙы ашамай тороғоҙ, сөнки мандарин менән әфлисундың өшөүгә килтереүе ихтимал.
Фото: "Бәйләнештә".
Читайте нас