“Салаттарҙа һаҡлау ваҡыты төрлө булған продукттар бергә ҡушыла. Майонез йәки төрлө соустар микробтарҙың үрсеү процесын тиҙләтә. Шуға күрә салаттар тиҙ боҙола торған аҙыҡтарға инә, уларҙы +2...+6 температурала, һыуытҡыстарҙа һаҡларға кәрәк”, тип кәңәш бирәләр ведомствоның матбуғат хеҙмәтенән.
Бешкән, ҡаҡланған иттән, йәшелсә-емештәрҙән, диңгеҙ продукттарынан әҙерләнгән салаттар майонез йәки соус ҡушып болғатылғас – 12 сәғәт, йомортҡанан, консерваланған йәшелсәләрҙән эшләнгәндәре алты сәғәт һаҡлана. Ә тоҙланған, маринадланған йәшелсәләрҙән әҙерләнгәндәрен 36 сәғәткә тиклем ҡулланырға ярай.