Сәләмәт булайыҡ
30 Декабря 2019, 19:05

Шешенеүҙән ҡотолоп буламы?

Шешенеүҙең сәбәбе төрлө булырға мөмкин: дөрөҫ туҡланмау, аҙ хәрәкәтләнеү, аяҡ кейемен дөрөҫ һайламау, ниндәйҙер сирҙең барлыҡҡа килеү ихтималлығы...

Аяҡ-ҡулдың ауырайыуы, иртән тороуға күҙ төптәренең шешенеүе кеүек күренеш күптәргә таныштыр. Шешенеүҙең сәбәбе төрлө булыуы мөмкин: дөрөҫ туҡланмау, аҙ хәрәкәтләнеү, аяҡ кейемен дөрөҫ һайламау, ниндәйҙер сирҙең барлыҡҡа килеү ихтималлығы... Ниңә кеше шешенә һуң? Организмда һыу балансының боҙолоуы арҡаһында ҡан тамырҙарында һыу күп тупланып, шешенеү барлыҡҡа килә, тип аңлата табиптар.
Шешенеп йонсомаҫ өсөн иң беренсе физик күнекмәләр эшләргә кәрәк, сөнки әүҙемлек арҡаһында бөйөрҙән шыйыҡлыҡ күп үтә һәм организмдан бүленеп сыға, һыу балансы ла тигеҙләнә. Күнекмәләргә ваҡыт етмәгәндә, күберәк йәйәү йөрөү, баҫҡыстан менеп-төшөү ҙә бик ныҡ ярҙам итә. Икенсенән, тоҙҙо ҡулланыуҙы сикләргә кәрәк, сөнки ул организмда һыуҙы тотҡарлай. Өсөнсөнән, таҙа һыуҙы күберәк эсегеҙ – кеше һыу етмәүҙән дә шешенә икән. Тағы ла ошондай күнегеү бик файҙалы: арҡаға ятып, аяҡтарҙы өҫкә күтәрергә һәм шулай 20-30 секунд тоторға. Аяҡтарында һәр ваҡыт ауырлыҡ тойған кешеләргә варикозға ҡаршы компрессион колготки кейергә кәңәш ителә.
Sosud-ok.ru
Читайте нас