Сәләмәт булайыҡ
4 Января 2020, 08:10

Ҡышҡа бирешмәйем тиһәң...

Ҡыш организмға тейешле витаминдарҙы нисек еткерергә? Был йәһәттән, әйҙәгеҙ, табип кәңәшенә ҡолаҡ һалайыҡ.

Ҡыш тейешле витаминдарҙы нисек алырға? Был йәһәттән, әйҙәгеҙ, табип кәңәшенә ҡолаҡ һалайыҡ.

Ҡышҡы осорҙа кәрәкле витаминдарҙы төрлө ысулдар менән алырға була. Уларҙы В.М. Горбатов исемендәге Аҙыҡ-түлек системаларының федераль фәнни үҙәге эксперты, медицина фәннәре докторы Валерий Сергеев һанап күрһәтте.

Әйтәйек, ит һәм ит продукттарындағы шаҡтай күләмдә булған В төркөмө витаминдары аҡһым һәм энергетика алмашыуын яйға һалыу өсөн мөһим. Баш мейеһенә калий, магний, марганец һәм цинк А, С һәм Е витаминдары менән бергә кәрәк, ти табип.

Белгес әйтеүенсә, кәрәкле витаминдар һәм минераль матдәләрҙе бергә ҡабул итеү организмға айырыуса яҡшы йоғонто яһай. Ул витамин-минераль комплекстарҙы ай дауамында ҡабул итергә кәңәш итә - был ысул, кеше алдан һалҡын тейҙереп ауырыған булһа, бигерәк тә файҙалы.

Бынан тыш, Сергеев ҡышҡа ит, йәшелсә, бәшмәк, еләк-емеш тоҙларға һәм маринадларға кәңәш итә. Сит илдән индерелгәндәрҙә, өлгөрөү ваҡыттары үтәлмәү сәбәпле, витаминдар аҙ була, тип аңлата ул.

"Кәрәкле күләмдә витамин һәм минералдар алыу өсөн беҙ туҡланыу рациондарын физиологик мөмкинлектәрҙән ике тапҡыр артығыраҡ ҡулланырға тейеш", — тип иҫкәртә эксперт.
Фото: zen.yandex.ru
Читайте нас